+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт ырыуҙары
16 Сентябрь 2022, 12:15

Замана балалары

Индиго: мутант балалармы, әллә яңы расамы?

Замана балалары
Замана балалары

Индиго: мутант балалармы, әллә яңы расамы?

Дуҫтар! Һеҙҙең супер-кешеләр тураһында фильмдар ҡарағанығыҙ бармы? Ысынында ла шундай хәтәр һәләтле кешеләр булыуына ышанаһығыҙмы? Беҙ бына ышанабыҙ. Әйҙә, булмаһа, улар тураһында һөйләп үтәйек.

Үткән быуат аҙағында бөтөн донъяны яңы феномен шаулатҡайны. Әллә ер-һыуҙың үтә ныҡ бысраныуы һөҙөмтәһендәме, әллә яңы технологияларҙың кеше аңына тәьҫирендәме, һуңғы йыллдарҙа балаларҙың күбеһе аңлатып булмаҫлыҡ һәләткә эйә булып тыуа башлай. Ғалимдар оҙаҡ тикшергәндән һуң уларҙың 95 процентында  ДНК төҙөлөшө икенсе төрлө булыуын иҫбат итте. Йәғни, хәҙерге балаларҙың күбеһе – “Индиго” булып тыуа икән. Кемдер был фактҡа ышанып етмәй, кемдер бындай балаларҙы яңы быуын вәкилдәре тип ҡабул итә, ә кемдер – мутант тип. Ысынлап та, кемдәр ул – “Индиго балалар”?

Ни өсөн “Индиго” тип атала?

Был һүҙбәйләнеште иң беренсе булып Нэнси Энн Тэпп исемле Америка күрәҙәсеһе әйткән. Уның хәбәр итеүенсә, кешеләрҙең ауралары бер-береһенә оҡшаш, ә ҡайһы бер яңы тыуған балаларҙыҡы төҫө менән айырылып тора икән. Быны ғалимдар ҙа тикшереп ҡарай, һәм ысынлап та, ҡайҙы бер балаларҙың аураһы ҡарағусҡыл-күк төҫтә, йәғни индиго төҫөндә булыуын раҫлай. Был шаҡ ҡатырғыс феноменға ғалимдар әле булһа аңлатма таба алмай, әммә “Индиго балалар” исеме халыҡ араһында тарала башлай.

Үҙенсәлекле балалар

Үҫә килә “Индиго балалар” ата-әсәләрен дә, табиптарҙы ла, ғалимдарҙы ла аптырауға һала. Сабый ғына сағынан уҡ улар үҙҙәренең ғәжәйеп аңлы булыуы, үткер аҡылы, үҙенә хас таланты менән айырылып тора. Ғәҙәттә, бындай балалар иртә йәштән үк лидерлыҡ һәләтенә эйә булыуын күрһәтә. Күҙ алдына килтерегеҙ: балалар баҡсаһы, сабыйҙар уйнап йөрөй. Шул ваҡытта араларынан береһе бөтөнөһөнә лә фарман бирә, ололарса дәлилдәр килтереп тороп, иптәштәренә ниҙер аңлата. Тәрбиәселәргә “Индиго балалар”ҙы тыңлатыуы ауыр, тиҙәр. Сөнки улар үҙҙәренең ололарға ҡарағанда аҡыллыраҡ икәнлеген белә, уларҙы һанға һуҡмай. Тиктормаҫ, әүҙем була ундайҙар. Был күренеш бик күптәрҙең асыуына тейә һәм йыш ҡына бала һәм оло кеше араһында аңлашмаусанлыҡ тыуҙыра.

“Индиго балалар”ҙың ниндәй һәләткә эйә булырын алдан бер кем дә аныҡ ҡына итеп әйтә алмай. Донъяла уларҙың 5-6 айлыҡ сағында күҙ ҡарашы менән генә уйынсыҡтарын урындарынан шылдырырған, алюмин ҡалаҡтарҙы урталай бөккән саҡтары теркәлгән. Телдәре асылып һөйләшә башлағас, улар үткән ғүмерендә кем булғаны, иҫтәлектәре, сит планеталарҙа тормош тураһында һөйләп тә шаҡ ҡатыра. Ҡайһы бер “Индиго балалар” кешенең уйын уҡый ала хатта. Әйткәндәй, космонавттар тикшергәнгә тиклем үк, Марста ҡасандыр тормош булып, аҙаҡ унда ни өсөн тереклек ҡалмауы тураһында ла “Индиго балалар” һөйләгән. Тик уларҙың әйткәндәрен ололар әкиәт тип уйлаған.

Ғалимдар хәбәр  итә

Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә ғалимдар “Индиго балалар”ҙың тәненән сыҡҡан электромагнит тулҡындарҙың тирбәлеүе 3 222 000 Герцтан 11 350 000 Герцҡа тиклем булыуын асыҡлай. Был һандар ғәҙәти кешенекенә ҡарағанда өс тапҡырға күберәк.

Тағы ла бер ҡыҙыҡлы факт: “Индиго балалар” мейеһенең ике ярымшарын да өс тапҡырға нығыраҡ “эшкә ҡуша” икән. Йәғни улар – өс тапҡырға аҡыллыраҡ, өс тапҡырға тиҙерәк фекер йөрөтә һәм шулай уҡ улар тиҫтерҙәренән үтә лә нескә күңелле булыуҙары, кисерештәрҙе күңелдәренә яҡын алып, ауыр үткәреүҙәре менән айырыла. Ғәҙәттә бындай балаларҙы халыҡ араһында вундеркиндтар тип атайҙар.

Психологик үҙенсәлектәренән тыш, “Индиго балалар” иҫ киткес көслө иммунитеты менән дә табиптарҙы хайран ҡалдыра. 1990 йылдарҙа ВИЧ-инфекция (белеүегеҙсә, ул бик алама сир, ғәҙәттә, уны дауалап булмай) менән сирләгән ғаиләлә бала тыуа. Уға бер йәш тулғанда табиптар анализдарын тикшереп, ата-әсәһе кеүек үк ВИЧ-инфекциялы булыуы тураһында хәбәр итә. Тағы биш йыл үтеүгә был баланың ҡанында инфекция табылмай. Ғалимдар был феномен менән ҡыҙыҡһына башлай, лабораторияларҙа баланың күҙәнәктәренә төрлө вирустар ебәреп ҡарайҙар. Әммә бер ниндәй сир ҙә уға “йәбешмәй”.

“Индиго балалар” тураһында әллә күпме документаль һәм нәфис фильмдар, телевизион тапшырыуҙар төшөрөлгән, китаптар яҙылған. Уйлап ҡараһаң, улар һәр быуатта ла тыуған, тик ундай һәләтде балалар бик һирәк булыу сәбәпле, бер-нисәүһе генә тарихҡа ингән. Мәҫәлән, Моцарт, Леонардо да Винчи, Никола Тесла. Улар заманына күрә бик алдынғы ҡарашлы шәхестәр булған, донъяны алға ебәреүҙә бик ҙур өлөш индергән. Хәҙер “Индиго балалар”ҙың күпләп тыуыуы, бәлки Ер планетаһының яңы кимәлгә күтәрелеүенә ишаралыр. Кем белә...

Миләүшә БАЙЙЕГЕТОВА әҙерләне.

Замана балалары
Замана балалары
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: