+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт ырыуҙары
19 Декабрь 2022, 14:27

Айҙар башҡортса робот эшләгән

Хәҙер https://t.me/wikibash_bot адресы буйынса инеп берәй һүҙ яҙырға мөмкин. Мәҫәлән: ҡар, һыу, болот кеүек һүҙҙәрҙе яҙһағыҙ, робот википедияла булған яуапты табып бирә.

Айҙар башҡортса робот эшләгән
Айҙар башҡортса робот эшләгән

Айҙар башҡортса робот эшләгән

Мин –  Сәлихов Айҙар, Өфө ҡалаһының 119-сы мәктәбендә 9 синыфта уҡыйым. 9 йәшемдән AutoWikiBrowser инструменты менән Башҡорт Википедияһын мөхәррирләйем. Фотоға төшөрәм. Машина менән төрлө райондарға сәфәргә сыҡҡанда юл буйындағы ауылдарҙы фотоға төшөрөп, википедияға тейәйем. Википедияла бик күп ауылдарҙың фотолары юҡ. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының Рәхмәт хатын алдым.
Былтыр башҡорт телендә “Хәйерле көн!”, “Хәйерле иртә!” тигән электрон открыткаларға конкурс иғлан иткәйнеләр.  Мин тере gif-открыткалар эшләнем. Открыткаға ҡараһаң, ҡар яуа, йәки йылға аға, интернетта шундай открыткалар күргәнегеҙ барҙыр? Мин башҡортса яҙылған шундай открыткалар эшләйем.
Башҡортса яуап бирә торған робот эшләү идеяһы нисек тыуҙы?
Бәйләнештә социаль селтәрендә Рөстәм Нурыевтың вики-мәктәбе тигән төркөм бар.  Башҡорт Википедияһының 18 йыллығына китап баҫтырыу өсөн иғәнә йыйабыҙ тип, иғлан бирҙеләр. Ул иғлан яңылыҡтар таҫмаһында гел күмелеп ҡала. Аҡса күсерергә теләүсе һәр ваҡыт ҡайҙа күсерергә тип һорай. Шул эште автоматлаштырып булмаҫмы тигән уй килде. Бер юлы робот башҡа һорауҙырға ла яуап бирер ине, мәҫәлән вики-мәктәптә уҡырға теләүселәргә. Эҙләнә  торғас, Python программаһы менән эшләп була икәнен белдем. Дәүләт хеҙмәттәре порталында (Госуслуги) һәм башҡа реклама сайттарында бындай робот ҡулланыла. Был программаны үҙемә кәрәк кимәлдә өйрәнеп, робот программаһын яҙып та ҡуйҙым. Башта сәләмләй генә белә ине. Шунан мөмкинлектәре киңерәк икәнен аңлап, башҡортса википедияның базаһына тоташтырҙым. Хәҙер https://t.me/wikibash_bot адресы буйынса инеп берәй һүҙ яҙырға мөмкин. Мәҫәлән: ҡар, һыу, болот кеүек һүҙҙәрҙе яҙһағыҙ, робот википедияла булған яуапты табып бирә.

Етешһеҙлектәре лә барҙыр?

Бар, әлбиттә. Әлегә робот яҙылған һүҙ википедиялағы мәҡәлә менән теүәл тура килгәндә генә яуапты таба. “Күгәрсен районы Юлдыбай ауылы” тигән һорауға яуап табырға өйрәтергә кәрәк, әлегә таба белмәй. Юлдабай ауылдары тағы ла Ейәнсура, Йылайыр райондарында бар. Юлдыбай тигән йылға ла бар. “Юлдыбай (Күгәрсен районы)” тип яҙанда дөрөҫ табасаҡ.
Домен мәсьәләһе. Роботты интернет-доменға урынлаштырырға кәрәк. Әлегә минең компьютерым да, шуға даими эшләмәй, һүндерһәм туҡтай.
Артабан роботты викидәреслеккә тоташтырырға пландар бар. Викидәреслектә аш-һыу рецептары, файҙалы кәңәштәр, топонимика буйынса материалдар бар.  Башҡорт телен цифрлашрырыуҙа әүҙем эшләгән Айгиз ағай Ҡунафин менән бәйләнеш тотам. Уның ярҙамы менән был эште башҡарып сығырмын.

Башҡа тиҫтерҙәрең кеүек телефон тотоп, компьютер артында оҙаҡ ултыраһыңмы?

Бик оҙаҡ ултырмаҫа тырышам. Мин уйын уйнап, төрлө хәбәрҙәр ебәреп, ваҡытымды сарыф итмәйем. Фото һәм видео материалдарҙы эшкәртеү һәм монтажлау программаларын үҙләштерҙем. Хәҙер Python программаһын өйрәнәм.

Афарин, шәп егет Айҙар!15 кенә йәш, ә ниндәй мөһим һәм кәрәкле эштәр башҡара.

Айҙарға уңыштар, бәхетле киләсәк теләйбеҙ, маҡсаттарыңа бер һүҙһеҙ ирешергә яҙһын!

Айҙар башҡортса робот эшләгән
Айҙар башҡортса робот эшләгән
Айҙар башҡортса робот эшләгән
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: