+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт ырыуҙары
24 Май 2023, 16:03

Маныштыла – Һуңғы ҡыңғырау!

Ауылдың "Ирҙәр ҡоро" ойошмаһы, байрам уңайынан, мәктәпкә 30 дана “Аманат” журналына яҙҙырып, бүләк итте!

Маныштыла – Һуңғы ҡыңғырау!
Маныштыла – Һуңғы ҡыңғырау!

Маныштыла – Һуңғы ҡыңғырау!

22 май Белорет районының Манышты мәктәбендә Һуңғы ҡыңғырау байрамы күңелле үтте. Быйыл беҙҙең мәктәптә Һуңғы ҡыңғырау дүрт бала өсөн яңғыраны. Байрамға ата-әсәләр, туғандар, ауыл халҡы, “Аманат” балалар-үҫмерҙәр журналының яуаплы сәркәтибе Зөбәржәт Мәүлембирҙе ҡыҙы Яҡупова, Инйәр ауыл советы депутаты Зөбәйер Хәҙиәтов һәм "Ирҙәр ҡоро" төбәк йәмәғәт ойошмаһының Манышты бүлексәһе ағзалары саҡырылғайны.
Сара башланыр алдынан килгән ҡунаҡтарға Манышты ауылының уртаһында урынлашҡан Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир ауылдаштар, һуғыш ветерандары, еңеүҙе яҡынайтыу өсөн үҙҙәрен аямай эшләгән тыл ветерандары хөрмәтенә ҡуйылған обелиск һәм “Яугирҙәр паркы”на экскурсия ойошторолдо. Ҡунаҡтар мәктәп музейына ла сәйәхәт ҡылды. Музей етәксеһе Шакир Ғөбәйтулла улы Таһиров музейҙың тарихы менән таныштырып үтте. Осрашыу ауыл китапханаһында дауам итте. Ауыл китапханаһының барлыҡҡа килеүе тарихы, яҙҙырып алған матбуғат биттәре, китаптар күргәҙмәләренә байҡау яһалды.
Һуңғы ҡыңғырау тантанаһы Башҡортостан гимнын аяғүрә баҫып тыңлауҙан башланды. Байрамға сығарылыш уҡыусылары күңелле һәм ҡыҙыҡлы концерт номерҙары әҙерләгән. Тамашасылар ҙа уларға алҡыштарын, ҡотлау һүҙҙәрен йәлләмәне.
Байрам дауамында ауылдың аҡһаҡалы, ошо уҡ мәктәптә ғүмерен балалар уҡытыуға биргән уҡытыусы-ветеран Нурулла Мөхөтдин улы Миһранов исемендәге "Герой партаһы" асылды.

Ауылдың иң оло кешеһе, мәктәптә оҙаҡ йылдар директор булып эшләгән, математика фәнен уҡытҡан уҡытыусы Нурулла Миһранов республика баҫмалары менән дә әүҙем хәбәрләшеп тора. Республикаға Белорет районының Манышты ауылын танытыусы әүҙем шәхес. Ул үҙе Манышты мәктәбендә “Нурулла Мөхөтдин улы Миһрановтың шәхси премия”һын булдырҙы.
Был прҽмияға дәғүә итҽүсҽ бала кәмҽндә бер балалар өсөн сыҡҡан башҡорт баҫмаһын алдырып уҡырға, гәзит-журналдарға үҙҽнҽң ижади эштәрҽн баҫтырырға, яҡшы уҡырға тҽйҽш.
Быйылғы 2022-2023 уҡыу йылында премия 4 уҡыусыға тапшырылды: беренсе урынға лайыҡ булыусы 7 синыф уҡыусыһы Әминә Сәғитова 1000 һумлыҡ аҡсалата премия менән бүләкләнде. Икенсе урында 4 синыф уҡыусыһы Сәйетов Абдуллах 800 һум премия алды. Өсөнсө урын яулаусы 9 синыф уҡыусыһы Нәркәс Абдрахманова һәм 1 синыф уҡыусыһы Наҙгөл Ғизәтуллина 500 һум премия алдылар. Премияларҙы уҡыусыларға Республика баҫмаһы вәкиле Зөбәржәт Якупова тапшырҙы. Балаларҙы тырышып уҡырға, Башҡортостандың башҡорт телендә сыҡҡан баҫмалары менән дуҫ булырға, ижад эштәрен: шиғырҙар, сәсмә әҫәрҙәр, һүрәттәр, мәктәп һәм ауыл тормошо яңылыҡтарын журнал редакцияһына ебәреп торорға саҡырҙы. Башҡорт теленең бай һәм матур икәнлеге тураһында ла әйтеп үтте ул. Үҙ телебеҙҙе юғалтмаҫ өсөн һәр ерҙә лә башҡорт телендә аралашырға, халыҡ ижадын, йырҙарын өйрәнергә, матбуғат менән дуҫ булырға, рәсми сараларҙы үҙ телебеҙҙә үткәрергә кәрәк тигән теләктәрен дә еткерҙе. Хаҡлы ялда булһа ла педагогик эшмәкәрлеген дауам итеп, балаларҙы яҡшы уҡырға, гәзит-журналдарға әүҙем яҙылырға дәртләндереүсе аҡһаҡалыбыҙ Нурулла ағайҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, яҡшы уҡырға, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашырға һәм илебеҙгә кәрәкле кешеләр булып үҫергә кәрәклеген дә әйтте.

“Ирҙәр ҡоро” ойошмаһының Манышты бүлексәһе ойошторолоуға йылдан ашыу ваҡыт үтте. Ошо бәләкәй генә ваҡыт арауығында ойошма ағзалары, республика кимәлендә бик ҙур изге эштәр башҡара. Улар ҡатнашлығында ауылда бер генә ваҡиға ла, байрам да ситтә ҡалмай. Әүҙем егеттәр ойоштороуында атайсалыбыҙ күҙгә күренеп матурлана, рухи яҡтан байый. Һуңғы ҡыңғырау тантанаһына ла улар буш ҡул менән килмәгән: мәктәпкә 30 дана “Аманат” журналына яҙҙырып, бүләк итте. Был изге эшкә “Аманат” журналы коллективы ла ҡушылып, тағы ла ете дана өҫтәне. Йәмғеһе 30 дана “Аманат” белем усағына ғәҙел бүленде: һигеҙ уҡыу алдынғыһы, бер нисә дананан туғыҙ синыф июль айынан журналды уҡый башлаясаҡ. Шулай уҡ өсәр дана “Аманат” ауыл китапханаһына һәм балалар баҡсаһына юлланды. “Ирҙәр ҡоро” төбәк йәмәғәт ойошмаһының Манышты бүлексәһе етәксеһе Ғайса Хәлил улы Мәғәфүров балаларға уҡыуҙарында уңыштар, уйлаған изге уй-ниәттәренең тормошҡа ашыуын, ата-бабалар рухына тап төшөрмәй, Республикабыҙҙың ысын патриоттары булып үҫеүҙәрен теләне.

Тағы ла бер ҡыуаныслы яңылыҡ тураһында әйтеп үтергә кәрәк: “Аманат”тың “Бөтөн синыф менән “Аманат”ҡа!” акцияһына Манышты мәктәбенең 4-се синыфы уҡыусылары ла әүҙем ҡушылды! Синыф етәксеһе Вәсимә Ханнан ҡыҙы Миһранова әйтеүенсә, уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә был эшкә ихлас ҡатнашҡан. Хәҙер был синыфта һәр баланың үҙ “Аманат”ы бар!

Бына ошондай           ҡыуаныслы ноталарҙа, бик күңелле сара үтте Белорет районының Манышты мәктәбендә!
Балаларҙы һәм уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе йәйге каникулдар етеү менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Яҡшы ял итеп, көс туплап, яңынан-яңы үрҙәргә менергә, ауылыбыҙҙы ғына түгел, тотош республикабыҙҙы, халҡыбыҙҙы, илебеҙҙе данларҙай рухлы егет һәм ҡыҙҙар булып үҫеп етерегеҙгә беҙ ышанабыҙ!

Ә һуңғы ҡыңғырау яңғыраған уҡыусыларға аҡ юлдар теләйбеҙ! Юғары уҡыу йорттарының ҡыңғырауҙары аҫтында, юғары белемдәр алырға яҙһын һеҙгә! Киләсәгегеҙ яҡты, ниәттәрегеҙ изге булһын, ҡәҙерле балалар!

Гөлфиә Шәйхетдинова,

Белорет районының Манышты китапханаһы китапханасыһы.

Маныштыла – Һуңғы ҡыңғырау!
Маныштыла – Һуңғы ҡыңғырау!
Маныштыла – Һуңғы ҡыңғырау!
Маныштыла – Һуңғы ҡыңғырау!
Маныштыла – Һуңғы ҡыңғырау!
Маныштыла – Һуңғы ҡыңғырау!
Маныштыла – Һуңғы ҡыңғырау!
Маныштыла – Һуңғы ҡыңғырау!
Маныштыла – Һуңғы ҡыңғырау!
Маныштыла – Һуңғы ҡыңғырау!
Маныштыла – Һуңғы ҡыңғырау!
Маныштыла – Һуңғы ҡыңғырау!
Маныштыла – Һуңғы ҡыңғырау!
Маныштыла – Һуңғы ҡыңғырау!
Маныштыла – Һуңғы ҡыңғырау!
Маныштыла – Һуңғы ҡыңғырау!
Маныштыла – Һуңғы ҡыңғырау!
Маныштыла – Һуңғы ҡыңғырау!
Маныштыла – Һуңғы ҡыңғырау!
Маныштыла – Һуңғы ҡыңғырау!
Автор:
Читайте нас: