+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт ырыуҙары
27 Август 2023, 09:30

Төпөш туғайы хәтирәләр һаҡлай

Беҙ мәктәп уҡыусылары булған осорҙа Төпөштә пионер лагеры ла булды йәй көндәре. 12-шәр көндән өс смена ойошторола инре. Колхоздың картуф, сөгөлдөрөн утай инек төшкә тиклем, унан инде лагерҙа төрлө уйындар, уйын-көлкө...ҡымыҙ гөбөһө менән ултыра ине күләгәлә, хет күпме эс...

Төпөш туғайы хәтирәләр һаҡлай
Төпөш туғайы хәтирәләр һаҡлай

Һаҡмар йылғаһы буйында Төпөш туғайы.
Был туғай Таулыҡай, Сыңғыҙ, Буранбай ауылдары халҡы өсөн күңелдәренә яҡын урын. Ишетә-белеүемсә, 1955 йылдарҙан алып тәбиғәттең ошо хозур төбәгендә Ленин исемендәге колхоздың һабантуйҙары гөрләп үтә ине. Беҙ мәктәп уҡыусылары булған осорҙа Төпөштә пионер лагеры ла булды йәй көндәре. 12-шәр көндән өс смена ойошторола инре. Колхоздың картуф, сөгөлдөрөн утай инек төшкә тиклем, унан инде лагерҙа төрлө уйындар, уйын-көлкө...ҡымыҙ гөбөһө менән ултыра ине күләгәлә, хет күпме эс...Сибай педучилищеһынан вожатыйҙар килер ине...Төпөш муйыл ояһы. Ҡартәсәйем Хәҙисә менән килеп, биҙрәләп муйыл апҡайта инек....Һабантуйҙар ул инде айырым тема. Төпөш һабантуйҙарында төшкән фотоларҙы һәр ғаилә ҡәҙерләп һаҡлағандарын да беләм. Хәҙер инде һабантуйҙар ҙа онотолдо. Һуңғы тапҡыр 2000 йылдар башында бер үткән ине, шикелле...Йәл...Төпөштө хәҙер бер бөтмөр кеше кәртәләп сабынлыҡҡа әйләндергән...Июль аҙағында Төпөш шишмәһенә барғанда үткәндәрҙе уйлап, хәтирәләргә батып ултырҙым бергилке...Шағир булмаһам да ошондай шиғри уйҙар килде башыма-
Төпөш кенә буйы, ай, муйылдыр,
Күңеленә яҡын күптәрҙең.
Һабантуйҙар, гөрләп үтте унда,
Усағы һин ғашиҡ йәштәрҙең.

Фотоларҙы ҡарап шул саҡтарҙы иҫләп алайыҡ, ағай-эне...

 

Ғәле ағай Фәхретдинов сәхифәһенән алынды. https://vk.com/id234784314

Баймаҡ районының Таулыҡай ауылы.

(Авторҙың пунктуация, орфография, стиле шул көйө һаҡланды)

Төпөш туғайы хәтирәләр һаҡлай
Төпөш туғайы хәтирәләр һаҡлай
Төпөш туғайы хәтирәләр һаҡлай
Төпөш туғайы хәтирәләр һаҡлай
Төпөш туғайы хәтирәләр һаҡлай
Төпөш туғайы хәтирәләр һаҡлай
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: