+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Bидеояҙмалар
16 Июнь 2019, 15:41

Когалымда үткән һабантуйҙа башҡорт егеттәре алдыңғылыҡты бирмәне

Себерҙең Когалым ҡалаһында үткән һабантуйҙа милли көрәш буйынса ярышта бик күп милләт егеттәре көс һынашҡан.

Призлы урындарҙы башҡорт егеттәре алғас, чечен һәм азербайджан егеттәре беҙҙекеләрҙе тағы ирекле көрәш (вольная борьба) буйынса ла көс һынашырға саҡырған.

Милли көрәштә еңеүселәр, Учалы егеттәре Дим Хәйруллин менән Илдар Ҡадиров, арығанлыҡтарына ҡарамай, ризалашалар.

Башҡорт егеттәренең береһе - быуыу, икенсеһе ауырттырыу ысулы менән чечен һәм азербайджан егеттәрен был көрәштә лә еңә.

(Видеояҙманы ҡарағыҙ.)

Афарин, башҡорт егеттәре!


Читайте нас: