+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Bидеояҙмалар
20 Ноябрь 2019, 18:45

Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында “Аманат” менән күңелле!

Уҡыусылар менән бергәләшеп йырлап-бейеп, күңел астыҡ, ҡыҙыҡлы уйындар уйнаныҡ.

“Аманат” журналына дәррәү яҙылған мәктәп уҡыусылары менән осрашыу үҙе бер байрам. Сираттағы юлыбыҙ Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы һәм лицей-интернатына төштө. Беҙҙең менән шәп йырсы Рифат Йәмлихин да барҙы. Уҡыусылар менән бергәләшеп йырлап-бейеп, күңел астыҡ, ҡыҙыҡлы уйындар уйнаныҡ. 2019 йылға яҙылыу кампанияһында үткәрелгән “Яҙыл да бүләк от!” уйыны еңеүсеһе Белорет башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Гөлсинә Нәбиуллинаға “Аманат”тың фирма сәғәтен алып барып тапшырҙыҡ.
“Аманат”ҡа яҙылыу кампанияһы бара. Дуҫтар, мәктәп менән яҙылығыҙ! Беҙҙән һеҙгә бүләк – күңелле дискотека отоғоҙ!
Читайте нас: