+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Bидеояҙмалар
14 Февраль 2020, 12:02

Башҡорт йырын Белорустар йырлап ҡараған

Иҫ китмәле матур килеп сыҡҡан! Композитор Урал Рәшитовтың "Тыуған яҡ" йырын Nevrida Белорус төркөмө башҡара.

Рәшитов Урал Камил улы 1961 йылдың 25 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Ауырғазы районы Үтәймулла башҡорт ауылында тыуған. Бала сағы Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында үтә, ошонда 1-се һанлы урта мәктәпте тамамлай.
Йәшлек сағында төрлө һөнәр буйынса эшләй. Армия сафында хеҙмәт иткәндән һуң, «Прогресс» ойошмаһы вокал-инструменталь ансамбленең етәксеһе була. Артабан Әлшәй районы мәҙәниәт йортоноң «Замана» эстрада-фольклор төркөмөнөң артисы булып сығыш яһай.
Хәҙерге ваҡытта үҙенең «Урал-медиа» продюсер үҙәгендә һәм вокал студияһында эшләй, Башҡортостан һәм Татарстан эстрада йырсылары менән хеҙмәттәшлек итә.
«Гәлсәр һандуғас» телевизион фестиваленең «Йыл композиторы» премияһы (2003).
«Аҡ барс» премияһы лауреаты.
Читайте нас: