+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Bидеояҙмалар
20 Февраль 2020, 14:27

“Илһам” килде “Аманат”ҡа

Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбендәге “Илһам” (“Вдохновение”) өлгөлө вокаль студияһы 20 йыллыҡ юбилейын билдәләй.

Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбендә “Илһам” (“Вдохновение”) өлгөлө вокаль студия 20 йыллыҡ юбилейын билдәләй.
Ошо уңай менән “илһамсылар”: Азамат Заманов, Елизавета Овчинникова, Камила Кәримова, Дарья Савкина, Диана Халиҡова етәкселәре Светлана Рәшит ҡыҙы Үтәева менән “Аманат” журналына килеп юбилей һәм еңеүҙәре тураһында һөйләп, йырлап беҙҙе лә “илһамландырып” киттелер.
Аманат ТВ студияһы әлеге ваҡытта был осрашыу хаҡында фильм эшләй. Әлегә шаршауҙың мөйөшөн асып һеҙгә Азаматтың йырлағаның тәғдим итәбеҙ.
Фотола: “Аманат” журналының баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин “Илһам” (“Вдохновение”) өлгөлө вокаль студия етәксеһе Светлана Үтәева уҡыусылары менән.
Читайте нас: