«Аманат» – ата-балаларыбыҙҙан беҙгә быуындан-быуынға тапшырыла килгән ҡомартҡы, телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, рухыбыҙ, васыят ул. Инде 92-се йыл донъя күреп ятҡан, халҡыбыҙҙың мәҙәни ҡомартҡыһы булған, былтыр Рәсәйҙең “Милли телдәге иң яҡшы балалар баҫмаһы” исемен алған, башҡорт халҡына нисәмә рухлы быуын үҫтерешкән, балаларға үҫергә ярҙам иткән “Аманат” бөгөн һеҙҙең яҡлауға, ярҙамға мохтаж.