+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Bидеояҙмалар
14 Апрель 2020, 23:19

Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында «Мостай иле» телевидениеһы гөрләтеп эшләп килә

Журналистика, телевидение, репортер һөнәре менән ҡыҙыҡһынған балалар йәш, креатив, үҙ эшен бик яратып башҡарған өлкән әйҙәүсе Динә Дәүләтҡолова ойошторған түңәрәккә оло теләк менән йөрөй.

Әйткәндәй, был түңәрәкте асырға мөмкинлек 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы грантын яулауҙан һуң асылды.
Дистанцион уҡыу ваҡытында ла телевидение эше туҡталмай: гимназия яңылыҡтары, төрлө конкурстар инстаграмм, Бәйләнештә, сайтыбыҙ аша мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы итеп балаларға, ата-әсәйҙәргә, хатта олатай-өләсәйҙәргә еткерелә.
Һеҙ ҡараған матбуғатҡа яҙылыу тураһындағы видеояҙма ла ошо телевидениеның ижад емеше.
Фото: скрин ВГТРК "Башкортостан"
Ошо һылтанма аша үтеп журналға яҙылып була https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/998/
Читайте нас: