+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Bидеояҙмалар
27 Апрель 2020, 21:20

Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары "Аманат"ҡа яҙылалар

Ноғайғолова Әмилә һәм Килмөхәмәтова Амира Самира туғаны менән "Аманат"ҡа яҙылабыҙ тип видеофильм төшөргәндәр.

Башҡа Аманат ТВ видеоларын һеҙ беҙҙең https://www.youtube.com/channel/UCmPP8JbSIiZHWvSY-e1g9cg каналында ҡарай алаһығыҙ.
Башҡорттар ҙа заман менән бергә атлай, йәки “Аманат”ҡа онлайн яҙылабыҙ!!!
Көтмәгәндә бөтөн кешене өйҙәренә бикләгән тажвирустың ҡотороуы матбуғатҡа 2020 йылдың 2-се яртыһына яҙылыу барған ваҡытҡа тура килде. Кешеләргә, өй тирәһенән йыраҡ китмәй, аҙыҡ-түлек, дарыу алыу һәм эт “һуғарыу” өсөн генә тышҡа сығырға ярай, әммә почтаға барыу тураһында һүҙ бармай. Почтальондар ҙа элеккесә өй беренсә гәзит-журналдарға яҙҙырып йөрөмәй. Шул арҡала “Аманат”ҡа яҙылыу бик һүлпән бара. Хөрмәтле атайҙар, әсәйҙәр, олатайҙар, өләсәйҙәр, һәр саҡ беҙҙең таянысыбыҙ булған уҡытыусылар, китапханасылар, бындай ваҡытта алдынғы илдәрҙә күптән ҡулланылған ысул менән интернет аша журналға яҙылырға саҡырабыҙ, Бүтәндәрҙе лә ошолай яҙылырға өндәүегеҙҙе һорайбыҙ.
"Аманат" онлайн яҙылыр өсөн ошо һылтанма аша үтегеҙ https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/998/
Читайте нас: