-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Bидеояҙмалар
7 Июнь 2020, 16:37

Ғафури районы Ҡолҡан ауылы балалары "Аманат"тан айырылмай. Ә һеҙ?

Ғафури районының Ҡолҡан ауылында йәшәүсе, күрше Сәйетбаба ауылы уҡыусыһы Гөлсәсәк Ғәзизова, "Аманат" журналына 2020 йылға яҙылып, "Яҙыл да бүләк от!" уйынында ҡатнашып, велосипед отҡайны.

Ниһайәт, "Аманат" журналының оло бүләге - велосипед үҙенең хужаһына барып етте!
"Аманат" журналы редакцияһына, уйында ҡатнашыу өсөн квитанцияны ебәргәндә, был тиклем ҙур бүләк отормон, тип уйламаған да инем. Минең һәм ҡусты-һеңлеләремдең ҡыуанысы сикһеҙ. Үҙемдең тиҫтерҙәремде - республикала йәшәүсе барлыҡ уҡыусыларҙы ла "Аманат"ҡа яҙылырға, "Яҙыл да бүләк от!" уйынында ҡатнашып, бәхеттәрен һынап ҡарарға саҡырам! " - ти, Гөлсәсәк. Ғәзизовтарҙың ҙур, татыу ғаиләһе егерме йылдан ашыу "Аманат"ты алдырып уҡый икән.
-"Беҙҙең ғаиләнең иң өлкән кешеһе - һуғыш ветераны ҡартөләсәйемә 94 йәш. Ул әлеге көндә, Аллаға шөкөр, иҫән-имен генә. Тимәк, ҡартөләсәйемә өс кенә йәш булғанда ""Аманат" журналының тәүге һаны "Керпе", һуңынан "Пионер" булып, баҫыла башлаған. Бына ниндәй бай тарихлы минең "Аманат"ым! "Аманат"ҡа яҙылайыҡ! "Аманат"ты уҡыйыҡ! "Аманат" менән бәйгеләрҙә ҡатнашайыҡ! - ти, Гөлсәсәк, Зарина, Наҙгөл, Байрас һәм Руслан.
Aшығығыҙ, дуҫтар!
10 июнгә тиклем генә журналға 2020 йылдың икенсе яртыһына арзан хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!
Ошо һылтынмалар аша яҙылып була:
(июль-декабрь айҙарына яҙылыу хаҡы 350,28 ₽, декадала 1-11 июнь хаҡы 309,60 ₽)
(ташлама өсөн махсус купонға код: ДЕКАДА2-2020).
Шулай уҡ почта бүлексәләренә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Читайте нас: