+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Bидеояҙмалар
27 Ғинуар 2021, 11:35

Байназар мәктәбендәге осрашыуҙан фильм

"Аманат"тар йәмле Бөрйән районында осрашыуҙар үткәрҙе. Байназар ауылының урта мәктәбендәге сарала журнал үткәргән конкурстарҙың еңеүселәрен тәбрикләнеләр.

Байназар мәктәбендә Мәһәҙей мәктәбе уҡыусыларын да ҡотланылар: Гөлдәриә Ишемова менән Камил Аҫылбаев "Яҙылда бүләк от!" уйыны еңеүселәре (уҡытыусылары Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхова). Байназар мәктәбенән "Аманат" үткәргән конкурстар еңеүселәре: Сәлимә Дәүләтшина, Азамат Ҡарағолов, Илүзә Айытбаева, Илзирә Вәлиева, Камила Исламғолова, Рания Кыуандыҡова, Лилиә Салауатова.
Байназар урта мәктәбенең 7 А синыфы етәксеһе Айгөл Рәсүл ҡыҙы Исламғолова, 7 Б синыфы етәксеһе Илгизә Сәйет ҡыҙы Рәхимова, китапханасы Ләйсән Фәнис ҡыҙы Исмәғилева "Аманат" журналының Рәхмәт ҡәлимәһе һәм Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.
Читайте нас: