+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Bидеояҙмалар
8 Февраль 2021, 19:50

“Һөнәр һайлау – киләсәкте һайлау”

Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында “Һөнәр һайлау – киләсәкте һайлау” тип аталған сара үтте.

Ярты быуатлыҡ юбилейын билдәләргә торған 20-се гимназияла әҙерлек эштәре ҡайнап тора. Шуларҙын береһе - сығарылыш синыфтарға профориентация сараһы булып үтте.
Был сараға гимназияны төрлө йылда тамамлаусы сығарылыш уҡыусылары саҡырылды. Улар үҙ һөнәрҙәренең оҫталары: уҡытыусылар, табиптар, хәрби хеҙмәт вәкилдәре, артистар, юристар, сәйәсәт кешеләре һәм ошо уҡ мәктәпте тамамлаған ата-әсәләр. Йылы иҫтәлектәргә, фәһемле фекерҙәргә һуғарылған йәнле аралашыу, мәктәп йылдарын хәтерләткән октябряттар, пионерҙар, комсомолдар сығыштары менән алышынып барҙы. Билдәле “Ант” төркөмө егеттәре тыуған мәктәбенә моңло күстәнәс өләшеп, барыһының да күңелдәренә дәрт өҫтәне. Ҡунактарҙан уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды. Һөнәр һайлау өлкәһендә фекерҙәр менән уртаҡлашты. Гимназия директоры Ғәлийәнова Зөлфиә Басыр ҡыҙы ҡунаҡтарға рәхмәт хаттары тапшырҙы һәм киләһе байрам сараларына саҡырып ҡалды.
Быуындар бәйләнешендә яңғыраған теләктәр уҡыусыларға һөнәр һайлау юлында ярҙам булды.
Читайте нас: