+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Bидеояҙмалар
29 Март 2021, 19:21

"Аманат"тар Салауат районы Әлкә ауылы мәктәбендә

Әлкә мәктәбенең 6-сы синыф уҡыусыһы Инсаф Шәмсетдиновҡа “Яҙыл да бүләк от!” уйынында отҡан бүләген – смартфонды тапшырҙыҡ.

ИНСАФҠА – СМАРТФОН!
Яҙғы каникул башланыр алдынан “Аманат” редакцияһы хеҙмәткәрҙәре эш сәфәре менән данлы Салауат районына юлланды. Төп сәбәптең береһе – журналдың тоғро дуҫы, Әлкә мәктәбенең 6-сы синыф уҡыусыһы Инсаф Шәмсетдиновҡа “Яҙыл да бүләк от!” уйынында отҡан бүләген – смартфон телефонды тапшырыу ине.
Инсафтың әсәһе Юлиә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Шәмсетдинова мәктәптә башланғыс синыфтарҙы уҡыта икән, осрашыу ҙа ул да ҡатнашты, күп рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе: “Беҙ ғаиләбеҙ менән күмәкләп “Аманат”ты ныҡ яратып уҡыйбыҙ. Оло улым Алмас та, ҡыҙым Наҙгөл дә һеҙҙең журналдың йәш хәбәрселәре булды. Төрлө конкурстарығыҙҙан һәр ваҡыт ситтә ҡалмаҫҡа тырышабыҙ. “Яҙыл да бүләк от!” уйынында бәхет йылмайыуы үҙе бер ҡыуаныс. Һеҙгә ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ”.
Инсаф үҙе лә ифрат шат: “Ҙур бүләктәр тапшырғаны өсөн “Аманат”ҡа ихлас рәхмәт! Дуҫтар, һеҙ ҙә “Аманат” ойошторған конкурс-уйындарҙа ҡатнашып тороғоҙ, еңеү яулағыҙ!” – тине ул.
Зарина БАҒЫШАЕВА.
Читайте нас: