Бында мәктәп тормошо геү килеп ҡайнап тора: уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа егәрле бал ҡорттарылай ал-ял белмәй гимназия мәнфәғәте өсөн көс түгә. Республика кимәлендәге төрлө еңеүҙәре, ҡаҙаныштары быны һис шикһеҙ дәлилләй.
Балаларға тәғәйенләнгән түңәрәктәрҙә һәр кем үҙенең күңеленә яҡын булған шөғөл таба ала: ул шахмат тиһеңме, ул ҡул эштәре тиһеңме, йә һүрәт төшөрөү тиһеңме... Спорт буйынса ла әүҙемдәр. Хатта үҙҙәренең ҡурсаҡ театры ла, сәсәндәр мәктәбе лә бар икән!
Уҡыусыларҙың осрашыу барышында әңгәмәлә дәррәү ҡатнашыуҙары бик һөйөндөрҙө. Һорауҙарын да яуҙыралар, “Аманат”ты ла яҡшы беләләр, шартлатып шиғыр һөйләп, сығыш яһап та ҡуялар. Афарин, Малаяҙ башҡорт гимназияһына! Айырыуса аралашыуҙы ойоштороуҙы үҙ өҫтөнә алған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Фәнүзә Йомаҙил ҡыҙы Гәрәеваға рәхмәтлебеҙ! Киләсәктә “Аманат”ҡа – бөтөн мәктәп менән!” акцияһында гимназия менән әүҙем ҡатнашырһығыҙ, тигән өмөттәбеҙ.