Хеҙмәттәшебеҙ Миләүшә менән Рөстәм Байегетовтарҙың ғаиләһендә оло ҡыуаныс - улдары тыуҙы! Ошо уңайҙан "Аманат" журналы редакцияһы коллектив менән йәш ғаиләнең оло шатлығын уртаҡлашты. Республика перинаталь үҙәгендә йәш әсәйҙе һәм бәпәйҙе ҡурай моңдары менән ҡаршы алдыҡ. Билдәле артист, хеҙмәттәшебеҙ Рифат Йәмлихин Республика перинаталь үҙәген моңло ҡурай моңдарына күмде. Йәштәргә һәм бәләкәскә изге теләктәребеҙҙе еткерҙек. Бәпәйҙең тормош юлы ҡурай моңондай оҙон һәм матур, үҙе лә ҡыйыу, батыр булып үҫеп етер тигән изге теләктәр юраныҡ. Ҙур тормошҡа юлын ҡурай моңдары аҫтында башлаған бәләкәс милләттәшебеҙ киләсәктә рухлы бала булып үҫер Аллаһ бирһә.
Бәпес ҡайтты, бәпес ҡайтты,
Өйөбеҙгә ҡояш ҡалҡты:
Аҡ биләүҙә серле йомаҡ,
Илауы ла моңло һымаҡ.
Бәпес ҡайтты, бәпес ҡайтты,
Мәшәҡәт һәм шатлыҡ артты.
Башлана бер яңы ғүмер.
Ниҙәр белер, ниҙәр күрер?!
Күҙкәйҙәре - ике сатҡы,
Үтер юлы булһын яҡты.
Тыуған өйгә, тыуған ергә
Хужа булып бәпес ҡайтты.
Гөлфиә Юнысова.