Донъялағы бөтөн башҡорттар ҙа күтәреп алған, хәҙер инде бер нисә йыл бик күп башҡорт ҡатнашлығында үткәрелә килгән Милли кейем көнөнән халҡыбыҙҙың айырылғыһыҙ өлөшө булған, хәҙерге Пермь крайында, үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә борон-борон замандарҙан бире йәшәп ятҡан Ғәйнә ырыуы башҡорттары ла ситтә ҡалманы, әлбиттә. Видеояҙмала - Пермь крайының Чернушка районында үткән Милли кейем көнөнән күренеш.