+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Bидеояҙмалар
5 Март 2022, 13:26

"Аманат"тар Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбендә

Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары осрашыуға килгән "Аманат"тың баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллинды "Башҡорт телендә һөйләшәм" йыры менән ҡаршы алды.

Сәлмән Ярмуллин: "Данлы мәктәптең директоры Инсур Рәмил улы Үтәбаев - "Аманат"тың яҡын дуҫтарының береһе. Ул етәкләгән уҡыу йортонда йылдың-йылы "Аманат"тың тиражы ҙур була. Рәхмәт уға һәм Әбделмәмбәттәргә.

Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыһы Сынтимер Зәйнуллин, "Аманат"тың "Яҙыл да бүләк от!" уйынында ҡатнашып, ҡиммәтле бүләк - мобиль аккумуляторға эйә булды.

"Аманат"тың "Башҡортостан беҙҙән башлана" шиғриәт бәйгеһе еңеүсеһе Ихсан Үтәбаев та бүләгенән бик ҡәнәғәт".

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: