+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Bидеояҙмалар
9 Март 2022, 14:04

"Аманат"тар Бөрйән районының Килдеғол мәктәбендә

Бөрйән районының Килдеғол мәктәбендә лә "Аманат"ты бик ныҡ яратыусы балалар уҡый. 2022 йылдың 1-се ярты йыллығына уҡыусыларҙың 80 проценты журналға яҙылған.

"Аманат"тар Бөрйән районының Килдеғол мәктәбендә
"Аманат"тар Бөрйән районының Килдеғол мәктәбендә

Бөрйән районының Килдеғол мәктәбендә лә "Аманат"ты бик ныҡ яратыусы балалар уҡый. 2022 йылдың 1-се ярты йыллығына уҡыусыларҙың 80 проценты журналға яҙылған. Улар менән осрашыуға килгән журналдың баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллинға Килдеғол мәктәбе уҡыусылары ла, уҡытыусылары ла киләһе ярты йыллыҡҡа "Аманат"ҡа бөтөн мәктәп менән яҙылырға вәғәҙә итте. Бик йәнле үткән осрашыуҙа Сәлмән Шәкирйән улы иң әүҙем балаларға, шул иҫәптән журналдың "Башҡортостан беҙҙән башлана" шиғриәт бәйгеһендә еңеүсе Саръян Билаловҡа бүләктәр тапшырҙы һәм буран булыу сәбәпле ҡарға батып ултырған редакцияның автомобилен, ҡарын көрәп, этеп сығарышҡан егеттәргә һәм мәктәптең ҡаҙанлығы хеҙмәткәренә ҙур рәхмәтен белдерҙе.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: