+6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Bидеояҙмалар
29 Август , 11:15

Ял итергә - Асылыкүлгә. Видео

Күл буйҙары дүңгәк-дүңгәк, Күл һыуҙары күк-күңгәк. Асылыкүл буйҙарында Кәрәк уйнамаҡ-көлмәк. Асылыкүл, Асылыкүл, Шунда асыла күңел.

Ял итергә - Асылыкүлгә. Видео
Ял итергә - Асылыкүлгә. Видео

Үткән ял көндәре Асылыкүлдә үтте. Ҡыҫҡа ғына видеофильм тәғдим итәбеҙ. Һыу кәмегән...

Күл буйҙары дүңгәк-дүңгәк,

Күл һыуҙары күк-күңгәк.
Асылыкүл буйҙарында
Кәрәк уйнамаҡ-көлмәк.
Асылыкүл, Асылыкүл,

Шунда асыла күңел.

 

“Башҡорт диңгеҙе” - Асылыкүл

Атаманың сығышы

Бынан бик күп йылдар элек был күл булмаған. Буранғол ауылы аша Асылы тигән йылға ағып ятҡан. Ул Сәрмәсәнгә ҡойған. Күл урынында Ташлытау ҡалҡып торған. Бөтә тирә-яҡ урман булған.

Бынан бер нисә йөҙ йыл элек, йәйге көндәрҙең береһендә, тау артынан ҡара болот ҡалҡҡан. Бик ныҡ күк күкрәгән, ямғыр ҡоя башлаған. Ямғыр шул хәтле көслө ҡойған — Асылы йылғаһы ауылды баҫып киткән. Кешеләр аяҡтан йығылған, хайуандар үкергән.

Иртәгеһенә ҡараһалар — Ташлытауҙың уртаһы убылған, шул урында ҙур күл барлыҡҡа килгән. Асылы йылғаһы ағышын бороп, шул күлгә ҡоя башлаған. Ана шуға был күлде Асылыкүл тип атағандар.

 

Урыны

Күл соҡоро Олотау, Тоболғаҡ, Оло Ҡарағас, Бәләкәй Ҡарағас түбәләре һәм Ташлытау һырты араһында урынлашҡан.

Яҙ миҙгелендә Асылыкүлгә Шарлама шишмәһе ағып төшә. Һыу кимәле күтәрелгәндә күлдән Асылы Өйҙөрәк инеше ағып сыға һәм Кесе Өйҙөрәк йылғаһына (Димдең уң ҡушылдығына) ҡоя.

Асылыкүл атамаһының килеп сығышына бәйле фекерҙәр төрлөсә. В. И. Даль уны Ассулы рәүешендә яҙып ҡалдырған һәм шулай аңлатҡан: «Асыҡ, төпһөҙ, бәлки, дөрөҫөрәге асыулы, сөнки, ысынлап та, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында күл үҙгәреп тора, йәйелә һәм кире тайта, арта һәм кәмей». Башҡортса Аслыкүл — «ике төплө күл», Аҫылкүл — «матур күл» була, тип тә фараз ҡылғандар. А. Г. Бессонов менән Ж. Ғ. Кейекбаев иһә атаманы «горько-соленое озеро» тип тәржемә иткән. Р. 3. Шәкүров та шундай ҡарашта.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас в