+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Bидеояҙмалар
2 Сентябрь 2022, 17:16

Белем көнөн беҙ үткәрҙек Бәләбәйҙә

1 сентябрь "Аманат"тар Бәләбәй ҡалаһының башҡорт гимназия-интернатының байрамында ҡатнашты. Видео:

Белем көнөн беҙ үткәрҙек Бәләбәйҙә
Белем көнөн беҙ үткәрҙек Бәләбәйҙә

Был фильмдан тыш беҙ шайморатовсылар класы һәм Максим Кашаповтың гармунда оҙҙөрөп уйнағаны хаҡында видео буласаҡ.

Гимназияны яңы уҡыу йылы башланыуы менән журналдың баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин һәм уның урынбаҫары Рәзил Бикбулатов ҡотланы.

Сәлмән Ярмуллин: "Белем көнөндә данлы Бәләбәй башҡорт гимназияһы уҡыусыларын ҡотлау бәхете тейҙе, әл-хәмдүлилләһ! Тәжрибәле директор һәм педагог Дилбәр Ғайса ҡыҙы Фәтхетдинова етәкләгән был уҡыу йортонда беренсе тапҡыр ғына түгелмен. Бәләбәй төбәге, шул тирәләге райондар өсөн рухиәт үҙәге булған, төрлө милләт балалары уҡыған гимназияла бик көслө уҡытыусылар коллективы тупланған һәм улар балаларға көслө белем бирә. Бында башҡорт рухы ла бик көслө. "Аманат" журналын уҡыусылар ҙа күп.
Бөгөнгө тантанала бында Шайморатов синыфы ла асылыуы һәм унда шул синыфта уҡыған төрлө милләт балаларының да атаҡлы "Шайморатов генерал" йырын саф башҡорт телендә йырлап тороуы, синыфҡа данлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағының күсермәһе тапшырылыуы айырыуса тулҡынландырғыс күренеш булды.
Абруйлы гимназияға киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ ҡаҙаныштар теләйем".

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: