+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Bидеояҙмалар
30 Март 2023, 10:25

Мифтахетдин Аҡмулла. "Өмөт" шиғыры

Әлшәй районы Раевка ауылының Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының 4-се А синыфы уҡыусыһы Айтуған Миңлебаев:

Мифтахетдин Аҡмулла. "Өмөт" шиғыры
Мифтахетдин Аҡмулла. "Өмөт" шиғыры

Өмөт

Йәнгә рәхәт, дуҫ - иштәрең бер хат яҙһа,
Йән - йәрәхәт, көпә - көндөҙ ир - ат аҙһа.
Ажар дошман үҙ башына үҙе етер,
Әгәр һиңә хаслап тороп бер баҙ ҡаҙһа.

Фани донъя — ҡыйыш юл ул
борғоланған,
Ҡыйыш булһын, ҡыйын булһын —
юлсы барған.
Юл ауыр, тип, мин — бахыр, тип,
туҡтап ҡалма,
Өмөтөңдө өҙә күрмә истиҡбалдан!

Ат атлыҡмаҫ арпаның һаламына,
Булма юлдаш дуҫтарҙың яманына.
Юлдаш булһаң дуҫ күренгән
монафиҡҡа,
Ташлап китер дошмандың табанына.

Аҡмулла.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: