+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Bидеояҙмалар
3 Апрель , 11:16

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатында "Аманат"лы сара үтте

Был осрашыуҙа “Аманат” журналының баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин, урынбаҫары Рәзил Бикбулатов, шағирә Ғәлиә Кәлимуллина ҡатнашты.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге  2-се Башҡорт гимназия-интернатында "Аманат"лы  сара үтте
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатында "Аманат"лы сара үтте

“Аманатҡа – 95” тип арналған күркәм сара уҙҙы. Сараның маҡсаты: уҡыусыларҙы туған телебеҙгә һөйөү уятыу, башҡорт телендә сыҡҡан ваҡытлы матбуғат баҫмалары менән таныштырыу һәм яҙылыуға өндәү ине. Осрашыу башланғыс синыфтар корпусында башланып китте. Был осрашыуға “Аманат” журналының баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин, урынбаҫары Рәзил Бикбулатов, шағирә Ғәлиә Кәлимуллина саҡырылды. Сара гимназиябыҙҙың йөҙөк ҡашы булған “Алтынай”исемле өлгөлө бейеү ансамбле менән башланып китте. Сәлмән Ярмуллин менән Рәзил Бикбулатов бик ҡыҙыҡлы итеп журнал тураһында һөйләнеләр, викторина үткәрҙеләр, бүләктәр тараттылар. Сара Ғәлиә Кәлимуллинаның ижадына арналған шиғырҙар бәйгеһе менән тамамланды. Шиғри бәйгелә 1 урын алған 2Б синыфы Мөсәғитова Азалияны Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙы үҙенең китабы һәм Аманаттың 2024 йылдың 2-се яртыһына яҙылған квитанция менән бүләкләне. Артабан осрашыу 1 корпуста 5-7 синыфтар менән дауам итте. Уҡыусылар Аманатҡа яҙылабыҙ тип дәррәү һүҙ биреп таралышты.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: