Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркы Өфө районы, Алкино-2 ауылында элекке Оборона министрлығының хәрби часы территорияһында урынлашҡан. Хәрби патриотик парк 200 гектарҙан ашыу майҙанда урынлашҡан.
Парк концепцияһында “Авангард” йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәләүҙең уҡыу-методик үҙәге, “Геройҙар ярышы” комплекслы ҡаршылыҡтар һыҙаты, “Партизан ауылы” тарихи-мемориаль комплексы, уҡыу майҙаны, хәрби техника музейы, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, хәрби-патриотик лагерь ҡаласығы, реконструкция зонаһы, Хәрби-тактик уйындар үҙәге, квадрополигон һәм башҡа объекттар эшләп килә.