-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Bидеояҙмалар
12 Декабрь 2024, 12:01

Бишбүләктә шиғриәт бәйгеһе үтте

Быйылғы Шиғриәт бәйгеһе Башҡортостандың Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуҙы билдәләүгә арналды. Шиғыр конкурсында Айыт, Дим, Йылболаҡтамаҡ, Ҡаныҡай, Ҡушйылға, Уҫаҡ-Кисеү, Бишбүләк мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашты. Бәйге Бишбүләк ауылының 1-cе урта мәктәбендә үтте. Бөтәһе 35 ҡатнашыусы булды.

Бишбүләктә шиғриәт бәйгеһе үтте
Бишбүләктә шиғриәт бәйгеһе үтте

Быйылғы Шиғриәт бәйгеһе Башҡортостандың Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуҙы билдәләүгә арналды.

Шиғыр конкурсында Айыт, Дим, Йылболаҡтамаҡ, Ҡаныҡай, Ҡушйылға, Уҫаҡ-Кисеү, Бишбүләк мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашты. Бәйге Бишбүләк ауылының 1-cе урта мәктәбендә үтте. Бөтәһе 35 ҡатнашыусы булды.

Альфред Әхтәм улы Шәймәрҙәнов  “Мең ырыуы” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы исеменән тәбрикләнде һәм Дим урта мәктәбенең 6-cы класс уҡыусылары Абайҙуллина Лидиана һәм Ғәбиҙуллина Фидалия (етәксеһе Р.С.Тихонова), Ҡаныҡай мәктәбенән Батраев Байназар (3 кл, етәксеһе Д.М.Батраева) I дәрәжә диплом менән бүләкләнде.

“Аманат” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Рәзил Бикбулатов Бишбүләк 3-сө мәктәбе уҡыусыһы Камалетдинова Альмира (7 кл, етәксеһе (З.Р.Семенова), Айыт мәктәбенән Халиҡова Лияна (5 кл, етәксеһе Э.М.Мөхтәсимова), Ғабдрахимова Азалия (9 кл, етәксеһе Ғимазова А.Ф.) II дәрәжә дипломға лайыҡлыларҙы ҡотланы.

Уҡыусыларҙың сығышын баһалаусы “Дим буйҙары” гәзитенең яуаплы хеҙмәткәре Ләйлә Ғүмәрова Ҡушйылға мәктәбенән Ғәзизов Эмиль (4 кл, Ғәзизова Г.Р.) Бишбүләк 1-cе мәктәбенән Шәйәхмәтов Ҡадир (3 кл, етәксеһе Иванова Г.Х.), Ситдиҡов Рәфил һәм Әхмәтшин Ислам (3 кл, етәксеһе З.З.Муллағәлиева),  Ғәйзуллина Зилә (3 кл, етәксеһе Кинйәбаева И.Р.) Дим урта мәктәбенән Хафизова Алһыу (3 кл, етәксеһе Р.С.Тихонова), Арсен Ғилметдинов (3 кл, етәксеһе Әхмәтова Р.И.) Ҡаныҡай мәктәбенән Линар Халиҡов (3 кл, Батраева Д,М.), Бишбүләк 1-се мәктәбенән Абдрәшитова Рамина (5 кл. етәксеһе Г.Т.Ғәлимова) һәм Бишбүләк 2-се мәктәбенән Абдуллин Алмаз III дәрәжә диплом тапшырҙы.

Бишбүләктә шиғриәт бәйгеһе үтте
Бишбүләктә шиғриәт бәйгеһе үтте
Бишбүләктә шиғриәт бәйгеһе үтте
Бишбүләктә шиғриәт бәйгеһе үтте
Бишбүләктә шиғриәт бәйгеһе үтте
Бишбүләктә шиғриәт бәйгеһе үтте
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: