-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
БДИ
31 Май 2019, 16:40

Мин нисек итеп БДИ тапшырҙым?!

"Мин мәктәпте бөткәнгә ун йылдан ашыу ваҡыт уҙҙы. Ун берҙә уҡығанда беҙ ҙә тәүгеләрҙән булып БДИ тапшырҙыҡ. Ә быйыл ҡыҙыҡ өсөн тағы берҙе тапшырып ҡараным. Һөҙөмтәләр... Ҡыуанырғамы, әллә ҡайғырырғамы?"

Ун беренселәр аҙаҡҡы уҡыу йылы эсендә нисә тапҡыр “БДИ” һүҙен ишетә икән? Беҙҙең быуынға, беренселәрҙән булып, берҙәм дәүләт имтиханын тапшырырға тура килде. Әлбиттә, йылдар үтеү менән ул ваҡытта кисергән тойғолар онотола бара. Нисек, нисә балға яҙғанымды ла хәҙер яҡшылап иҫләмәйем. Ә хәҙерге аҡылым менән математиканан БДИ тапшыра алырмынмы икән? Ошо һорауға яуап эҙләп, ололар өсөн махсус үткәрелгән “Ата-әсәләр өсөн БДИ” тип аталған акцияла ҡатнашырға булдым.

Математика фәненән ата-әсәләр өсөн БДИ мин уҡыған Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында үтте. Быйыл ул өсөнсө тапҡыр ойошторолдо. Имтиханға ниндәйҙер эске тулҡынланыу менән барҙым, ни тиһәң дә, беренсенән, БДИ тапшырам, икенсенән, үҙемдең уҡытыусыларым менән осрашыу мөмкинлеге буласаҡ! Яратҡан гимназиямда күптән булғаным юҡ ине, бына бит, форсат булғанда барырға кәрәк.

Ах та ух килеп, гимназияға барып ингәндә имтиханға тиклем тағы ун биш минуттай ваҡыт бар ине. Кеше әллә ни күп түгел һымаҡ. Уҡыусылар, уҡытыусылар, әсәйҙәр… Һы, хатта атайҙар ҙа килгән икән! Йәмғеһе – 58 кеше. Улар араһында ун беренсе синыфта ла, туғыҙынсыла уҡығандар ҙа бар. Тимәк, туғыҙҙар төп дәүләт имтиханы – ТДИ тапшырасаҡ.

Тәүҙә беҙҙе тамаша залына йыйып алдылар. “Был БДИ – ысын түгел, уйын формаһында буласаҡ. Ваҡыт та ҡыҫҡартылып бирелә, өс сәғәт урынына – ҡырҡ минут. Үҙегеҙ менән сит әйбер алып инеү тыйыла, тик ҡара гелле ручка, паспорт ҡына кәрәк” – тип ҡағиҙәләрҙе аңлатты уҡытыусы. Быныһын иҫләйем, ни тиһәң дә, ун бер йыл элек мин дә БДИ тапшырған кеше. Исемлек буйынса кемдең ҡайһы бүлмәгә эләгерен дә хәбәр иттеләр. Мин дүртенсе һанлы аудиторияға эләктем. Минең өсөн иң сәйер тойолғаны – ингән урында металл эҙләгес менән телефондарҙы, тимер ҡайыш, сәғәттәрҙе алып ҡалыуҙары булғандыр. Уңайы сыҡҡанда фотоға төшөрөрмөн тип һалып алған фотоаппаратымды ла, кәрәк булыр әле тип алған ябай ҡәләмде лә синыф бүлмәһенә индерергә ҡушманылар. Был осраҡта шпаргалка тураһында уйлау ҙа мөмкин түгел!

Шәп-шәп атлап, дүртенсе аудитория яғына атлайым, ә башымда – ҡырылмаһа ҡырҡ төрлө уй. “Тәк, математика… Ниндәй формулалар бар әле… Күптән тоҙлап ҡуйған косинустар, логарифмдар… Тапҡанмын инде нимә ҡылырға, математиканан ҡыҙыҡ өсөн БДИ бирә, имеш. Гуманитар фәнле баш өсөн еңел булыр тиһеңме! Математика китабын ҡулыма алмағанға кәмендә – ун йыл! Уф, ә эшләй алмаһам? Бланкты яңылыш тултырып, боҙоп ҡуйһам?…” Шомло уйҙарҙы таратып, исемлек тотҡан ҡатындың тауышы яңғыраны:

— Баййегетова! Һеҙҙең урынығыҙ – В1.

Баҡтиһәң, кемдең ҡайһы бүлмәлә, ниндәй парта артында ултырырын компьютер билдәләй икән. Шуға күрә ата-әсәләр балалары менән берсиныф бүлмәһенә эләкмәне. Миңә тәүге рәттең беренсе партаһы эләкте. Ни хәл итәһең. Синыф бүлмәһен тынлыҡ солғап алған. Әйтерһең дә, кемдеңдер яҙмышы хәл ителә. “Был ни бары һынау, Миләүшә, тыныслан…”

Имтихан эштәре яҙҙырылған дискты уҡытыусыбеҙҙең күҙ алдында асты. Әһә, элек эштәр ҡағыҙ конверттарҙа була торғайны. Хәҙер синыфта һәр вариант ҡағыҙҙа айырым баҫыла икән. Ярай, эшкә тотондоҡ. Әлдә, Хоҙайым, бағаналап иҫәпләү хәтерҙә ҡалған. Тәүге миҫалдарҙы йәһәтләп эшләп ҡуйҙым. Артабан биш миҫал логикаға ҡоролған – уларҙы эшләү еңел. Ә бына ҡалғанына башты ныҡлап эшкә егергә кәрәк. Бәхеткә күрә, бланктар араһында формулалар яҙылған белешмә булып сыҡты. Ҡалған ете эште шулар ярҙамында йырып сыҡтым. Тырышып-тырмашып, ун етенсе мәсьәләгә тотонғанда ҡыңғырау яңғыраны – имтихан тамам.

Уҡытыусы беҙгә, шунда уҡ яуаптарҙы сағыштырып, үҙебеҙгә үҙебеҙ баһа ҡуйырға мөмкин икәнлеген әйтте. Алты балға – “икеле”, етенән унға тиклем бал булһа – “өслө”, 12–16 бал өсөн – “дүртле”, ә

“бишле” алыу өсөн эштәрҙең 17–20-һе дөрөҫ булырға тейеш.

Һөҙөмтә мине бер аҙ аптырауға һалды. Ун бер мәсьәләне дөрөҫ сискәнмен, тимәк, “өслө”… Ҡыуанырғамы, әллә ҡайғырырғамы? Һәр хәлдә, елкәнән ауыр йөк алып ташлаған кеүек хис иттем үҙемде.

Бына бит, үтте лә китте, ә мин ҡурҡҡан булғайным. Имтихан бөткәс, беҙҙе ҡабаттан тамаша залына йыйып алдылар. Янымда ултырған ағай-апайҙарҙан һорашам: “Һеҙҙең нисә бал?” Күбеһе “3” һәм “4”

билдәләренә эшләгән икән. Ә бына уҡыусылар барыһы ла тиерлек “бишле”гә! Бына ул – көндәлек күнекмәләрҙең һөҙөмтәһе!

Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Айбулат Хажин БДИ‑ла ҡатнашыусыларҙы уңышлы һынау үтеүҙәре менән тәбрикләне. Үҙенең телмәрендә ул: “Бер кем дә тәртип боҙманы, “икеле”гә яҙыусылар ҙа юҡ. Имтиханға ингәндә кейемде, әйберҙәрҙе тикшереү – ғәҙәти күренеш. Аэропортҡа, тимер юл вокзалына ингәндә унан ҡурҡмаған кеүек, бында ла хәүефләнергә кәрәкмәй. Ни өсөн паспорт һәм ручканан тыш артыҡ әйбер алып инергә ярамай, сөнки имтихан ваҡытында уҡыусы көсөргәнеш менән өлгөрәйем тип тырыша. Ә шытырлаған тауыш иғтибарҙы йәлеп итә, фекерҙе тарҡата.

Сығарылыш синыф уҡыусыларына әйтер һүҙем шул: БДИ – ул ни бары белемде тикшереү ысулы ғына. Ул үлемесле һынау түгел”, – тине. Әйткәндәй, ул үҙе БДИ‑ны “дүртле”гә тапшырған.


БДИ ни өсөн кәрәк?

Атай-әсәйҙәрегеҙ һөйләүе буйынса ишеткәнһегеҙҙер: уҡытыу системаһына БДИ индерелгәнгә тиклем, сығарылыш синыф уҡыусылары уҡыу йылы аҙағында ла, аҙаҡ юғары уҡыу йортона ингәндә лә имтихан

тапшырҙылар. Һөҙөмтәлә – абитуриент елкәһенә икеләтә йөкләмә һалынды.

БДИ-ның уңайлы яғы шунда: уҡыусы бер предметтан бер тапҡыр имтихан тапшыра ла, уның һөҙөмтәләрен үҙе теләгән ВУЗ-ға ебәреп, “уҡырға инде” тигән хат ҡына көтә. Күберәк осраҡта уға хатта бер ҡайҙа ла барырға кәрәкмәй, сөнки БДИ һөҙөмтәләрен күпселек уҡыу йорттары электрон почтаға ҡабул итә.

Әгәр элек уҡыусы, йәйҙең ике айы буйы имтихандар тапшырып, аҙаҡ августа ятаҡты йыйыштырыуҙа ҡатнашһа, БДИ тапшырған абитуриент июнь айында уҡ эштәрен ослап ҡуя. Уңайлы бит!


Читайте нас: