+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
БДИ
20 Август 2019, 19:53

2020 йылда БДИ эштәрендә үҙгәрештәр көтөлә

"Росбизнесконсалтинг" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 2020 йылда ҡайһы бер фәндәрҙән Берҙәм дәүләт имтихандары эштәрендә үҙгәрештәр индереләсәк.

Үҙгәрештәр йәмғиәтте өйрәнеү,физика, рус теле, география, тарих һәм ҡытай теле буйынса БДИ эштәрендә индереләсәк. Мәҫәлән, быйыл сығарылыш синыф уҡыусылары физиканан 24-се эштә ике дөрөҫ яуапты билдәләргә тейеш булһа, киләһе йыл яуапта бер нисә дөрөҫ вариант булыуы мөмкин.
Йәмғиәтте өйрәнеү фәненән 28-се пункт үҙгәртелә. Уҡыусы пункттарҙан торған план төҙөй, һәр пункт, әгәр йәмғиәт фәндәренә тап килһә, 3 өлөштән торорға тейеш буласаҡ. 29-сы эштә мини-инша яҙырға кәрәк булмаясаҡ. Ни бары авторҙың нәмә әйтергә теләүен асып бирергә кәрәк.
Рус теленән, тарих һәм географиянан БДИ эштәрендә баһалау критерийҙары үҙгәрә. Иң күп үҙгәрештәр быйыл ғына БДИ рәтенә индерелгән ҡытай телендә. "Аудиорование" бүлегендә эштәр форматы үҙгәртелә, "уҡыу" бүлеге ҡыҫҡартыла, ә "яҙыу"ҙан эштәр күберәк буласаҡ.
Быйыл Дәүләт думаһы тарафынан уҡыуҙы алтын миҙалға тамамлаусыларҙың БДИ һөҙөмтәләренә тағы ла 11 балл өҫтәргә тигән закон проекты индерелде.

Читайте нас: