-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
БДИ
23 Декабрь 2019, 13:35

2020 йылға Берҙәм дәүләт имтиханы теҙмәһе раҫланды

2020 йылда Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙың төп осоро 25 майҙа башлана һәм 16 июндә тамамлана

2020 йылда Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙың төп осоро 25 майҙа башлана һәм 16 июндә тамамлана, тип хәбәр итә «Российская газета» Мәғариф министрлығы, Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт бойороғона һылтанма менән.
Бойороҡҡа ярашлы, Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙың түбәндәге теҙмәһе раҫланды:
25 май — география, әҙәбиәт, информатика;
28 май — рус теле;
1 июнь — база һәм профилле математика буйынса БДИ;
4 июнь — тарих, физика;
8 июнь — йәмғиәтте өйрәнеү, химия;
11 июнь — сит телдәр (һөйләү телмәренән башҡа), биология;
15, 16 июнь — сит телдәр (һөйләү телмәре).
2020 йылда Берҙәм дәүләт имтиханында сит телдәр – инглиз, француз, немец, испан һәм ҡытай.
Берҙәм дәүләт имтиханына ваҡытынан алда биреү 20 мартта башлана. Имтиханды ваҡытынан алда тапшырыусылар иҫәбендә — экстерндар йәки колледж, техникум, сит ил мәктәптәрен тамамлаусылар.
Ғәҙәттә, Берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда биреү осоронда мәктәп тамамлаусылар күп түгел. Мәҫәлән, 2019 йылда тотош илдә ундайҙар 27 мең булды. Төп осорҙа Рәсәйҙең 750 мең мәктәп тамамлаусыһы берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы.
Ваҡытынан алдағы осорҙа тәүге фәндәр – география һәм әҙәбиәт.