+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
БДИ
30 Ғинуар 2020, 12:59

Математиканан БДИ-ны һәйбәт тапшырам тиһәң, геометрияны яҡшы уҡы

Былтыр математиканан БДИ тапшырыусыларҙың балдары башҡа йылдағы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, түбәнерәк булған.

Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәте әйтеүенсә, күпселек уҡыусылар өсөн геометрияға бәйле мәсьәләләрҙе эшләүе ауыр булған
Уҡыусылар математиканан имтихан эштәрен башҡарғанда, яуаптарҙы тултырғанда техник хаталар һирәгерәк ебәргән. БДИ-ны иң уңышлы тапшырыусылар иҫәбенә 7-8 синыфтарҙа математиканы төплө өйрәнеүселәр инә. Улар мәсьәләләрҙе еренә еткереп эшләгән.
Ә математиканы профилле кимәлдә өйрәнеүселәр иһә база кимәленә тәғәйенләнгән проценттарға һәм өлөштәргә, иҫәпләп сығарыуға, түңәрәкләүгә, график һәм диаграммаларға бәйле эштәрҙе бик еңел башҡарған.
БДИ тапшырыусыларҙың өстән ике өлөшө 2019 йылда стереометрияға бәйле 8-се һәм текслы 11-се мәсьәләләрҙе дөрөҫ эшләгән. Геометрияға ҡағылышлы мәсьәләләр уҡыусыларға ауыр бирелгән.
База кимәлендә имтихан тапшырыусылар 13-сө, 14-се, 15-се һәм 16-сы мәсьәләне сискәндә күп хата ебәргән.
Читайте нас: