+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
БДИ
19 Февраль 2020, 20:26

Кисә Өфөлә олоһо ла, кесеһе лә тарихтан БДИ тапшырҙы

Айбулат Хажин: “Улым менән “Ата-әсәләр менән БДИ”ға әҙерләндек. Тарих китаптарын уҡып сыҡтыҡ”.

Кисә баш ҡалала уҡыусылар ата-әсәләре менән тарихтан БДИ тапшырып ҡараны. Улар араһында Республиканың хөкүмәт вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар ҙа ине.
“Ата-әсәләр менән БДИ тапшырыу көнө” бөтә Рәсәй акцияһы быйыл да Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында үтте. Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин
- Был акция Рәсәйҙең бөтөн субъекттарында ла үткәрелә. Беҙ ҙә әүҙем ҡатнашабыҙ. Акцияның маҡсаты – ата-әсәләргә БДИ тапшырыу процессының “үтә күренмәле” икәнлеген, уны яҙғанда бер ниндәй ҙә ауырлыҡтар юҡлығын күрһәтеү. Ата-әсәләр үҙҙәре имтихан тапшырып ҡарай һәм БДИ тапшырғанда балаға бер ниндәй ҙә хәүеф яһамағанына инана, - ти Айбулат Вәкил улы.
Министр әйтеүенсә, федераль кимәлдә БДИ-ның тап тарих фәненән һайланыуы быйыл Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 75 йыл тулыуға бәйле. Имтихан эштәре Мәғарифты үҫтереү институтында төҙөгәндәр һәм был эштәрҙе имтихан башланғанға тикле бер кем дә, хатта ул үҙе лә асып ҡарамаған.
- Имтихан алдынан бер кис ултырып, улым менән тарих китаптарын ҡайтанан уҡып сыҡтыҡ. Шуныһы ҡыҙҙыҡ – быйыл тарихтан БДИ эштәренә Башҡортостан тарихын да индергәндәр, шуға “Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” китабын да уҡып сыҡтыҡ, - тип өҫтәп ҡуйҙы министр.
Ә уның улы ҡайҙа уҡый икән? Кем белә?
Фото: "Башинформ" МА.
Читайте нас: