-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
БДИ
21 Февраль 2020, 18:30

Башҡортостанда Төп дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре Рәсәй буйынса – иң яҡшыһы

2019 йылда Башҡортостанда ТДИ һөҙөмтәләре нисек? БДИ-ны 100 балға яҙған уҡыусылар ҡайҙа һәм ниндәй һөнәргә уҡырға инә? Быйыл уҡытыусыларҙы ниндәй һынауҙар көтә?

Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, 2019 йылда Башҡортостан Төп дәүләт имтихандарын (ТДИ- ОГЭ) ойоштороу һәм үткәреү буйынса Рәсәй буйынса беренсе урын алған.
Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәте 2019 йылда ТДИ-ны ойоштороу һәм уҙғарыу буйынса төбәктәр араһында рейтинг үткәргән. Башҡортостан мәктәптәре имтиханды технологик яҡтан яҡшы кимәлдә үткәргәне өсөн беренсе урынға сыҡҡан.
Шулай уҡ ТДИ-нан урта балл күтәрелгән. 13 предметтан етәүе Рәсәй кимәленә сыҡҡан.
БДИ һөҙөмтәләренә килгәндә, күпселек фәндәрҙән былтыр уртаса балдың 0,4-тән алып 06,8 балға тиклем күтәрелеүе күҙәтелгән. Туғыҙ предметтан Башҡортостан уҡыусыларының балдары урта Рәсәй һөҙөмтәләренә ҡарағанда юғарыраҡ булған.
Берҙәм дәүләт имтиханын йөҙ балға яҙыусылар һаны 2019 йылда 2018 йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға тиерлек артҡан. БДИ һөҙөмтәләре буйынса 100 балл йыйған 84 сығарылыш синыф уҡыусыһы Рәсәйҙең төп юғары уҡыу йорттарын һайлаған: Мәскәүгә – 52, Санкт-Петербургты – 18, Ҡаҙанды 12, Ырымбур һәм Дондағы Ростов ҡалаларындағы уҡыу йорттарын берешәр уҡыусы һайлаған.
Имтиханды 100 балға яҙған балалар ниндәй һөнәрҙе һайлай?
56 бала IT-технологияларға һәм инженерияға бәйле һөнәрҙәргә өҫтөнлөк биргән, 26-һы – табипҡа уҡырға ингән. Биш уҡыусы юридик белем алырға теләк белдерһә, һигеҙе – химик технологияларға бәйле һөнәр буйынса уҡырға ингән. Тағы ла етешәр отличник нефтселек тармағы, экононимиканы һайлаған. Әлеге ваҡытта республикала былтырғы 100 балға БДИ яҙыусыларҙың 18-е Өфөлә ҡалған: Башҡорт дәүләт медицина университетын – 9, Өфө дәүләт нефть университетын – 4, Өфө дәүләт авицация-техник университетын – 3 һәм Башҡорт дәүләт университетын 2 абитуриент һайлаған.
Республика Башлығы БДИ-ны һәләтле балалар тураһында: “100 балға яҙған һәр уҡыусы сит ҡалаларҙағы юғары уҡыу йорттарын тамамлағандан һуң республикаға ҡайтһын өсөн көрәшергә кәрәк. Уларға белем биргән уҡытыусыларҙың тәжрибәһен беҙҙә лә ҡулланырға кәрәк. Ә педагогтарҙы уңыштарға дәртләндереп торорға кәрәк”, - тигәйне.
Айбулат Хажин Башҡортостанды PIRLS, TIMSS, PISA, уҡытыусыларҙың халыҡ-ара эҙләнеү эштәре кеүек донъя кимәлендәге белем биреү рейтингтарына үрләтеү тураһында ла әйтеп үтте. Әгәр ҙең мәғариф системаһы донъя буйынса иң яҡшы 10 ил араһына инергә теләй икән, Башҡортостан иң алғы һыҙыҡта булырға тейеш, тип өҫтәне ул.
Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты ректоры вазифаһын башҡарыусы Азат Йәнгиров учреждениела буласаҡ үҙгәрештәр һәм уҡытыусыларҙың квалификацияларын үҫтереү буйынса эштәр алып барыласағы тураһында әйтте.
- Заманса, яңы талаптар буйынса эшләгеҙ, мәғарифҡа индерелгән һәр яңылыҡ уҡытыусылар тарафынан ғәмәли ҡулланылһын өсөн тырышығыҙ. Ә иң башта Өфөгә курстарға килгән уҡытыусыларға йәшәргә урын булһын өсөн, дөйөм ятаҡта ремонт эшләргә кәрәк, - тине Радий Хәбиров.
Читайте нас: