-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
БДИ
9 Апрель 2020, 14:26

Туғыҙынсы синыф уҡыусыларына рәхәт...

Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин кисәге брифингта быйылғы имтихандар - Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре, БДИ һәм ТДИ тапшырыуҙа ниндәй яңылыҡтар буласағы тураһында хәбәр итте.

Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин кисәге брифингта быйылғы имтихандар тураһында хәбәр итте.
"Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре дистанцион формала май айында үткәреләсәк. Йомғаҡлау имтихандары 8 июндән башлана,тип әйткәйнек, ләкин илдәге хәл-торошҡа ҡарап, үткәреү ваҡыты үҙгәрергә мөмкин. Был ситуацияла иң отҡандары - туғыҙынсы синыфты тамамлаусылар булыр. Уларға быйыл ни бары ике фәндән генә ТДИ яҙырға кәрәк: урыҫ теле һәм математиканан. Алдан һайланған фәндәрҙән төп дәүләт имтихандары булмаясаҡ", - тине Айбулат Вәкил улы.

Читайте нас: