+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
БДИ
16 Апрель 2020, 16:19

9-сы һәм 11-се синыф уҡыусылары өсөн онлайн-консультациялар үткәрелә

Уларҙы БДИ һәм ТДИ эштәрен тикшереү буйынса республика комиссияһы эксперттары үткәрә.

Онлайн-консультациялар edu.bashkortostan.ru порталында үткәрелә.
11 апрелдән алып график буйынса һәр шәмбе бөтөн предметтарҙан Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнеү буйынса консультациялар үткәрелә. Төп дәүләт имтихандарын тапшырыусыларға математика һәм урыҫ теленән ойоштороласаҡ. Уларҙың теҙмәһе һәм ваҡыты тураһында БР электрон уҡытыу порталында, Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында һәм уның Бәйләнештә" сайтындағы сәхифәһендә мәғлүмәт табырға мөмкин.
Шулай уҡ du.bashkortostan.ru порталында урыҫ теле, информатика һәм мәғлүмәти-коммуникацион технологиялар, химия, математика, физика, биология предметтарынан ТДИ һөҙөмтәләре буйынса видеороликтар ҡарарға була. Уларҙы БДИ-ға әҙерләнеү буйынса республика комиссиялары рәйестәре һәм уларҙың урынбаҫарҙары ярҙамында төшөргәндәр. Видеороликтарҙа эштәрҙе башҡарғанда нимәләргә иғтибар итергә, типик хаталар, контроль-үлсәү материалдарын ҡарау кеүек мөһим һорауҙарға яуаптар бирелә.
БДИ-ға һәм ТДИ-ға әҙерләнеү буйынса һорауҙарығыҙ булһа [email protected] (БДИ) һәм [email protected] (ТДИ) электрон почталарына яҙырға мөмкин..
Читайте нас: