Бөтә Рәсәй тикшереү эштәрен уҡыусылар киләһе уҡыу йылы башында, көҙ көнө яҙасаҡ. Балаларға баһа ҡуйылмаясаҡ, әммә эштәрҙең һөҙөмтәһе уҡытыусыларға балаларҙың белем кимәлен тикшереү, алдағы уҡытыу пландарына үҙгәрештәр индереү-индермәү өсөн кәрәк.
Сығарылыш синыф уҡысылары быйыл БДИ һәм ТДИ тапшырасаҡ. 9-сы синыфты тамамлаусыларға ни бары ике фәндән - математика менән урыҫ теленән генә имтихан яҙырға кәрәк була. Төп дәүләт имтихандарын туғыҙынсылар 8 июндән 31 июлгәсә ваҡыт арауығында яҙасаҡ (теүәл датаһын, эпидемиологик ситуацияға ҡарап, урындағы хөкүмәт билдәләй).
Берҙәм дәүләт имтихандары 8 июндә башланасаҡ, тип фараз иткәйнеләр, әммә Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығының уны күсереүе ихтимал. Министр Сергей Кравцов әйтеүенсә, илдә коронавирус менән хәлдәр нисек булыр - имтихан тапшырыу ваҡыты ла шуға бәйле булмаҡсы. Шуныһы билдәле - БДи тапшырыу ҡағиҙәләре һәм шарттар үҙгәрмәйәсәк.
Фото асыҡ Интернет-ресурстан алынды.