Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән өлкәһендәге федераль күҙәтеү хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйыл ун беренселәр йомғаҡлау иншаһын 25 майҙа яҙасаҡ. Әлбиттә, бында ла беҙҙең теңкәгә тейеп өлгөргән "тажвирус" ғәйепле.
Шулай ҙа илдәге эпидемиологик хәл-торош яҡшы яҡҡа үҙгәрмәһә, инша яҙыуҙың резерв датаһы тағы ла күсеүе мөмкин.
Билдәле булыуынса, йомғаҡлау иншаһын уңышлы яҙыусылар БДИ тапшыра ала. Быйыл сығарылыш синыф уҡыусыларының күбеһе уны төп осорҙа яҙып өлгөргән һәм уларҙың 99,5% "зачет" алған.