+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
БДИ
23 Июнь 2020, 13:54

Имтиханға бер аҙна ҡалғас

Быйыл юғары уҡыу йортона уҡырға инергә теләүсе сығарылыш синыф уҡыусылары ғына БДИ яҙасаҡ. Имтиханды улар алдан һайлаған ике предмет буйынса ғына тапшыра, йәғни быйыл математиканан һәм урыҫ теленән БДИ яҙыу мотлаҡ түгел. БДИ-ға нисек бер аҙна эсендә әҙерләнеп өлгөрөргә һуң? Түбәндәге кәңәштәр - һеҙҙең өсөн.

“Юғары уҡыу йортона ҡабул иткәндә ниндәй фәндәрҙән һөҙөмтәләр кәрәк – уҡыусылар тик шул предметтарҙан ғына БДИ яҙасаҡ”, – ти Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Дмитрий Глушко.
Тәүге имтиханға тиклем аҙна-ун көн ваҡыт ҡалды. Был ваҡыт арауығын нисек итеп файҙалы (эффектлы) итеп ҡулланырға һуң?
Кешенең мейеһе “үҙенә кәрәкмәй” тип иҫәпләгән мәғлүмәтте “онотторорға” һәләтле. Мәҫәлән, бер тексты уҡынығыҙ, икән, ти. Уҡып сыҡҡас та һеҙ уның йөкмәткеһенең 70 процентын һөйләп бирә алаһығыҙ. Бер нисә сәғәт үтеү менән баяғы текстың 50 проценты ғына иҫкә төшә, ә бер тәүлектән һуң уның 20 процентын ғына иҫләй алаһығыҙ. Ана шул 20 процентын – һеҙ аңлаған, ҡабул иткән мәғлүмәт, тип иҫәпләнә.
БДИ‑ла ла ана шул иҫтә ҡалғанын файҙаланып, имтихан эштәрен башҡарасаҡһығыҙ. Шуға күрә, алдан уҡ ниндәй мәғлүмәтте нығыраҡ иҫтә ҡалдырырға кәрәк булһа – шуларҙы йышыраҡ ҡабатларға тырышығыҙ. Көн һайын үҙегеҙгә кәрәкле формулаларҙы ҡабат-­ҡабат иҫегеҙгә төшөрһәгеҙ, имтихан ваҡытында онотмаҫһығыҙ. Үтелгән темаларҙы тезис формаһында айырым дәфтәргә яҙып барығыҙ – һеҙ уларҙы яҙған ваҡытта хәтерегеҙҙә ныҡ ҡалдыраһығыҙ. Был тезис психологик шпаргалка ролен үтәй. Тик имтиханға ингәндә дәфтәрҙе алып инергә ярамай.
Имтиханға дүрт көн ҡалғас, әлеге тезистар яҙылған дәфтәрҙәге бөтөн темаларҙы, ҡағиҙәләрҙе яттан һөйләп сығығыҙ. Шулай иткәндә ниндәй тема иҫтә ҡалған, ҡайһыһын нығытырға кәрәклеге асыҡлана. Уҡыған материалдың мәғәнәһен аңларға тырышығыҙ. Алда әйтеп үтелгәнсә, кеше мейеһе алған белемдең яҡынса 20% ғына оҙайлы хәтерҙә һаҡлай, шуға ла ҡайһы бер темалар иҫтән сыҡҡан була. Ҡабаттан уҡып сыҡһағыҙ, шунда уҡ кире иҫкә төшә.
Интуицияны эшкә егеү ҙә имтиханда тест эштәрен башҡарыуҙа ярҙам итә. БДИ‑ға әҙерләнгән ваҡытта материал иҫтә ҡалһын өсөн әле генә үҙләштергән тема буйынса тест эшләп ҡарағыҙ. Ваҡытҡа булһа – тағы ла һәйбәт. Был осраҡта төпкөл аң дөрөҫ яуапты хәтерҙә ҡалдыра һәм БДИ ваҡытында, үҙегеҙ бик үк иҫләмәһәгеҙ ҙә, эске һиҙемләү аша төпкөл аңығыҙ дөрөҫ яуапты бирер.
БДИ‑ға бер көн ҡалғас, ятлай торған материалдарға тотонабыҙ. Бәлки аңғарғанһығыҙҙыр: өйгә шиғыр ятларға бирһәләр, иртәгәһенә ул иҫтә була әле. Ә бер нисә көн үтеүгә шиғыр яйлап онотола башлай, сөнки беҙҙең мейе башҡа төрлө мәғлүмәт менән тула. Имтиханға әҙерләнгәндә лә яттан белергә кәрәк булған формулаларҙы, даталарҙы, ҡағиҙәләрҙе БДИ‑ға бер көн ҡалғас тағы ла ныҡлап ятлап алырға кәрәк.
Уҡыусы имтихан тапшырыр алдынан төндә мотлаҡ йоҡоһо туйғансы йоҡларға бурыслы. Имтиханға әҙерләнергә ваҡыт күберәк булһын, аҙаҡ йоҡлармын әле, тигән фекер – төптө уйҙырма. Кеше йоҡлағанда уның мейеһе уяу саҡта алған мәғлүмәтте, белемен системаға һала. Йәғни тәнегеҙ йоҡлаһа ла башығыҙ был ваҡытта “эшләй”. Әгәр ҙә көндөҙ бик ныҡ йоҡоғоҙ килһә, ярты сәғәт – бер сәғәт самаһы ял итеп алырға мөмкин.
Имтиханға төнөн әҙерләнеүселәр ҡәһүә, кола, энергетик эсергә әүәҫ була торған. Был эсемлектәрҙең тәьҫире иң күбендә ярты сәғәткә етә, аҙаҡ барыбер йоҡо баҫасаҡ. Уларҙы эскән кешенең үҙәк нервы системаһы ҡаҡшай – тик торғандан ҡурҡыу тойғоһо биләп ала, дерелдәтә, асыу ҡабара. Шуға ла уларҙы эсмәү хәйерлерәк.
Имтихан алдынан ҡурҡыу тойғоһо бөтөнөһөнә лә хас. Үҙ-үҙегеҙгә ышанығыҙ, йыл буйына алған белемегеҙ һеҙгә абынырға юл ҡуймаҫ. Уңыштар һеҙгә!
Читайте нас: