+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
БДИ
23 Июль 2020, 18:16

Башҡортостандың 25 уҡыусыһы рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйған

Имтиханда бөтәһе 16 563 кеше ҡатнашҡан.

Башҡортостандың 25 уҡыусыһы рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйған, тип хәбәр иттеләр Мәғариф министрлығынан. Былтыр йөҙ балға яҙылған эштәр күпкә аҙыраҡ булған – алты кеше генә иң юғары балл алған.

Имтиханда бөтәһе 16 563 кеше ҡатнашҡан. 3 630 кеше үҙҙәренең эше өсөн 81 һәм унан юғарыраҡ балл алған. Быйыл рус теленән имтиханда уртаса тест балы 70,4 тәшкил иткән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡатнашыусылар һанын кәметеү өсөн рус теленән имтихан ике көн дауамында – 6 һәм 7 июлдә уҙғарылды. Беренсе көн һөҙөмтәләре буйынса 11 уҡыусы 100 балл йыйҙы, тип хәбәр итте «Башинформ».

Читайте нас: