+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
БДИ
15 Сентябрь 2020, 13:37

ТДИ менән БДИ араһында йәнә бер һынау

Ғәҙәттә, 9-сы синыфты тамамлаусылар, БДИ-ларға тиклем бер ни тиклем ваҡыт бар тип, иркен һулап ала. Әммә быйылғы унынсыларға бындай бәхет тәтемәй шул. Уларҙы тағы бер һынау көтә.

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында 10 синыф уҡыусылары араһында Төбәк диагностика эштәрен (ТДЭ) үткәреү тураһында бойороҡ донъя күрҙе.
Документта республикалағы һәр 10-сы синыф уҡыусыһы бер профилле предмет буйынса (урыҫ теле, математика, йәмғиәтте өйрәнеү, информатика, география, биология, физика, йәки химия) белем кимәлен һынап ҡарау маҡсатында тикшереү эшен яҙырға бурыслы. Әгәр ҙә мәктәптә профилле синыф юҡ икән, уҡыусылар үҙҙәре теләгән фәнде һайлап алып, әҙерләнә ала.
Урыҫ теленән ТДЭ - 22 сентябрҙә, математиканан - 25 сентябрҙә, ҡалған һайлап алынған фәндәр буйынса тикшереү эштәре 1 октябрҙә үткәрелә. ТДЭ-ның ниндәй форматта үткәрелеүен Мәғариф министрлығының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һәм белем сифатын баһалау бүлеге һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты хәл итә.
Бойороҡта әйтелеүенсә, был тикшереү эштәре уҡыусыларҙың төп дөйөм белем биреү программаһын үҙләштереүҙә, йәғни 9 синыф дауамында алған белем кимәлен баһалау өсөн үткәрелә. ТДЭ һөҙөмтәләре буйынса Мәғариф һәм фән министрлығы уҡыу программаларындағы, мәктәптәрҙәге уҡытыу методикаларындағы етешһеҙлектәрҙе тигеҙләү эштәрен алып барасаҡ.
Фото: Рixabay.com
Читайте нас: