+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
БДИ
11 Февраль 2021, 19:26

Башҡорт теленән берҙәм имтихан тапшырырға мөмкин

Республикала мәктәп тамамлаусылар башҡорт теленән берҙәм региональ имтихан тапшырырға мөмкин

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарарына ярашлы, 2007 йылдан башлап уҡыусыларҙың теләге менән берҙәм төбәк имтиханы формаһында ошо фәндән йомғаҡлау аттестацияһы уҙғарыла. Әлеге ваҡытта документ норматив-хоҡуҡи базаға тап килтерелгән. Башҡорт теленән берҙәм төбәк имтиханын уҙғарыу тураһында яңы ҡарарға республика премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Раҫланған ҡағиҙәләргә ярашлы, урта дөйөм белем биреү программаларын үҙләштергән уҡыусылар үҙ теләге менән башҡорт теленән берҙәм төбәк имтиханын тапшырырға мөмкин.

Республиканың Мәғариф министрлығына имтиханды уҙғарыу тәртибен әҙерләү һәм раҫлау бурысы йөкмәтелгән. Башҡорт теленән берҙәм төбәк имтиханын үткәреүгә бәйле сығымдар министрлыҡ бюджеты иҫәбенә тормошҡа ашырыла, тип билдәләнә документта.

Читайте нас: