-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
БДИ
16 Февраль 2021, 19:57

Республика мәктәптәре һынау тоторға әҙерме?

Быйылғы 2021 йыл уҡыусылар өсөн ауыр булыуға ҡарамаҫтан, 795 мең 11-се синыф уҡыусыһы Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡ. Мәғариф өлкәһендә быйыл ниндәй яңылыҡтар көтөлә? Республика мәктәптәре һынау тоторға әҙерме икән?

Быйылғы 2021 йыл уҡыусылар өсөн ауыр булыуға ҡарамаҫтан, 795 мең 11-се синыф уҡыусыһы Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡ. Мәғариф өлкәһендә быйыл ниндәй яңылыҡтар көтөлә? Республика мәктәптәре һынау тоторға әҙерме икән?
Фәндәрҙең популярлығына ҡараһаҡ, предметтар араһында тәүге урында йәмғиәтте өйрәнеү фәне, артабан физика, биология, химия фәндәре килә. Инглиз теле һәм информатиканан имтиханды телдән тапшырасаҡтар.
БДИ–ның 2021 йылдағы төп үҙгәреше - урыҫ теленән йомғаҡ иншалары яҙыу. Ул 31 майҙан 25 июнгә тиклем уҙғарыла. Математика фәнен иһә быйылғы уҡыу йылы ауыр пандемия осорона тап килеү сәбәпле еңелләштерелде, шуға күрә профиль йүнәлешендә генә имтихан тапшырыу ҡаралған. Тик юғары уҡыу йортона уҡырға инергә теләһәң, урыҫ теленән дә яҡшы һөҙөмтәләр кәрәклеге тураһында оноторға ярамай!
Белемең булһа, Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыуҙың бер ауырлығы ла юҡ.
Уҡыусылар имтихан ваҡытында кеҫә телефондарын ҡуллана алмай. Уны имтиханға индереү ҡәтғи тыйыла.
Һөҙөмтәләр менән килешмәгән уҡыусылар апелляцияға бирә ала.
2021 йылда буласаҡ БДИ теҙмәләре:
31 май – география, урыҫ әҙәбиәте, химия.
3, 4 июнь – урыҫ теле.
7 июнь – математика профиль йүнәлештә.
11 июнь – тарих, физика.
15 июнь – йәмғиәтте өйрәнеү.
18 июнь – биология һәм сит телдәрҙән БДИ-ны яҙып тапшырыу.
21, 22 июнь - сит телдәрҙе, информатика һәм МКТ БДИ-ны яҙып тапшырыу.
Сәлимә ҠАРАНАЕВА.
Читайте нас: