Шулай итеп, Бөтә Рәсәй тикшереү эштәрен (ВПР) 19 сентябрҙән 24 октябргә тиклем уҙғарыу планлаштырыла. Был турала 5 сентябрҙә тағы ентекләберәк хәбәр итәсәктәр.
Ни өсөн сара көҙгә күсерелә һуң? Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы март - апрель айҙарында COVID-19 сиренең яңы тулҡыны булыу ихтималлығын инҡар итмәй икән. Әлеге ваҡытта Ҡытайҙа, Европа илдәрендә ауырыуҙың көсәйеүе хәүеф тыуҙыра. Пандемия бөттө, тип әйтергә иртәрәк икән шул әле.
"Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре күп халыҡты: уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы йәлеп итә торған сара. Ауырыусылар һанын арттырмаҫ өсөн ошондай ҡарарға килдек. Ә кемдәр ВПР-ҙы үткәреп өлгәргән, яңынан яҙмаясаҡтар. Һөҙөмтәләрҙе дөрөҫ итеп тейешле системаға индерергә генә кәрәк", - тип белдергән ведомство етәксеһе Анзор Музаев.
Компьютерҙа эшләргә планлаштырылған тикшереү эштәре, йәғни VII синыфта - сит телдәрҙән, V - VIII синыфтарҙа тарих, биология, география, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән һынауҙар ҙа көҙгә үткәреләсәк.
Автор:Эльвира Әсәҙуллина