+15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
БДИ
26 Март , 09:25

Юғары белем биреүҙә үҙгәрештәр көтөлә

2026 йылдың 1 сентябренән Рәсәй вуздары юғары белем биреүҙең яңы системаһына күсә. Шуға тиклем РФ Фән һәм юғары белем министрлығы тейешле норматив базаны эшләп бөтәсәк.

Юғары белем биреүҙә үҙгәрештәр көтөлә
Юғары белем биреүҙә үҙгәрештәр көтөлә

Яңы модель ил Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса индерелә. Рәсәйҙең алты вузында һынау моделе ҡулланыла ла инде.


Юғары белем биреү системаһы ниндәй буласаҡ?

Әлеге “бакалавр-магистр” системаһы урынына “нигеҙ юғары белем” һәм “махсуслашҡан юғары белем” системалары индерелә.
Элек бирелгән дипломдар ғәмәлдә ҡала.
Әле уҡып йөрөгән студенттарға үҙгәреш ҡағылмай, улар әүәлге программалар буйынса уҡыуын тамамлаясаҡ.
Аспирантура уҡыуҙың айырым баҫҡысы буласаҡ, уға махсуслашҡан юғары белемде алғандан һуң инәсәктәр.


Уҡыу ваҡыты

Нигеҙ юғары белем баҫҡысында – 5–6 йыл
Махсуслашҡан юғары белем баҫҡысында – 1–3 йыл (магистратура, ординатура, ассистентлыҡ-стажировка менән бергә).
Медиктар өсөн уҡыу мөҙҙәте үҙгәрмәй: 5–11 йыл.


Хаҡы

Нигеҙ юғары белем түләүһеҙ буласаҡ.
РФ фән һәм юғары белем министры Валерий Фальков яңы үҙгәрештәрҙең маҡсаты тип фундаменталь нигеҙҙе көсәйтеүҙе һәм практикаға йүнәлеш алыуҙы атай.
Әле беҙҙә юғары белем биреү Болонья системаһы буйынса атҡарыла: өс-дүрт йыл — бакалавриат, ике йыл — магистратура, өс-дүрт йыл — аспирантура.


Болонья системаһы нисек эшләй?

1999 йылдың 19 июнендә Италияның Болонья ҡалаһында 29 илдең мәғариф министрҙары Сорбонна декларацияһының яҙмышын тикшерә. Һөҙөмтәлә Европа юғары белем зоналарын булдырыу тураһында Болонья декларацияһы барлыҡҡа килә.
Болонья системаһы берҙәм белем биреү стандарттарын сығарыу маҡсатын ҡуя. Был студенттарға төрлө вуздарҙа, төрлө илдәрҙә белем алыу, артабан Европаның теләһә ҡайһы компанияһында эшләү мөмкинлеген бирә.
Белем алыуҙың өс баҫҡысы бар: бакалавриат, магистратура, докторантура.
2003 йылда Болонья системаһына Рәсәй ҡушыла.
Рәсәйҙә Болонья системаһын тәнҡитләүселәр күп:
* ул студенттарҙың белем сифатын түбәнәйтә;
* бакалавриатта һөнәр нигеҙҙәре генә бирелә, төп белемдәрҙе биргән магистратураға күптәр барып етмәй;
* эш биреүселәр йыш ҡына бакалавриатты эшкә һанамай, шуға йәштәргә эш табыу ҡыйын;
* һәләтле студенттар сит ил вуздарына күп­ләп китә, Тыуған иленә әйләнеп ҡайтмай;
Рәсәй вуздарының дипломдарын Европала барыбер танымайҙар, эшкә ингәндә әллә күпме өҫтәмә процедура үтергә тура килә.
2022 йылда BFUG ағзалары Рәсәйҙе Болонья системаһынан сығарырға ҡарар итте. РФ минис­тры Валерий Фальков системаны уны “үткән баҫ­ҡыс” тип атаны һәм Рәсәй үҙ моделен булды­ра­сағын белдерҙе. Шулай итеп, Рәсәйҙең бөтә вуздары ла Болонья системаһынан сыҡты.

Автор:Әлфиә Аҡбутина
Читайте нас: