– Алла Николаевна, уҡыу йорто етәксеһе булараҡ, берҙәм дәүләт имтихандарында 100 балл алыусыларҙы әҙерләгән коллективтың серен асығыҙ әле. Бәлки, һеҙҙең лицейҙа юғары балл йыйыусыларҙы «үҫтереү» буйынса үҙенсәлекле методика барҙыр, сөнки лицейҙа бындай һөҙөмтәләр беренсе йыл ғына түгел бит.
– Беҙҙең лицей – юғары уҡыу йорто эсендә урынлашҡан уҡыу йорто. Ундайҙар бик һирәк осрай. Уҡыу мөхите үҙе үк – Өфө Фән һәм технологиялар университетында булыу, күп һанлы интеллектуаль саралар, лицей уҡыусыларының 100 проценты менән уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһында, юғары уҡыу йорттары олимпиадаларында ҡатнашыуы, лицейҙың театры, музейы, спорт клубы эшмәкәрлеге, С.Т. Аксаков музейы менән күп йыллыҡ хеҙмәттәшлек, һөнәри йүнәлеш биреү эшенең төрлө төрҙәре, – һис шикһеҙ, һәр баланы уңышлы итә.
Шулай уҡ лицейыбыҙҙың уңышлы эшмәкәрлегенең өс компонентын айырып күрһәтер инем, улар: технологик профиль, һәләтле балалар менән эшләү системаһы һәм «Мәктәп-вуз» системаһында эшләү. Теүәл фәндәрҙе өйрәнеүгә күп ваҡыт бирелеүе (математикаға – 10, физикаға – 9, информатикаға – 4 сәғәт), шулай уҡ элекке йылдарҙың берҙәм дәүләт имтихандары мәсьәләләрен сисеү менән даими шөғөлләнеү һәм, әлбиттә, бөтә педагогик коллективтың бик юғары кимәле лә ҙур роль уйнай.
– Республика тарихында тәүге тапҡыр 300 балл йыйған уникаль уҡыусығыҙ хаҡында бер аҙ һөйләһәгеҙ ине. Ул ҡайҙа уҡырға инергә йыйына?
– Алексей Лобов 153-сө лицейға 10-сы синыфта килде. Ул 9-сы синыфтан һуң был лицейҙы аңлы рәүештә һайлаған, репетиторҙар ярҙамынан тыш технологик профиль предметтары буйынса сифатлы әҙерлек алырға теләгән. Алексей 10-сы һәм 11-се синыфтарҙы бөтә предметтар буйынса ла отличноға тамамланы.
Лицейыбыҙ уҡыусыһы төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашты. 9-сы синыфтан Алексей Лобов йыл һайын математика, физика һәм информатика буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының төбәк этабы призеры булды. Был ҡаҙаныштары өсөн ул 2023/24 һәм 2024/25 уҡыу йылдарында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы стипендияһы менән бүләкләнде.
11-се синыфта ғына ла уҡыусыбыҙ математика буйынса Ҡазан федераль университетының Төбәк-ара предмет олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеүсе, математика буйынса «Физтех» уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этабында призер, математика буйынса «Росатом» уҡыусылар тармаҡ олимпиадаһының йомғаҡлау этабында призер, информатика буйынса уҡыусыларҙың ИТМО асыҡ олимпиадаһының йомғаҡлау этабында призер булды.
Теүәл фәндәр һәм IT-технологиялар менән мауыҡҡан уҡыусы мәктәп дәрестәре менән бер рәттән Яндекс-лицейҙа сәнәғәттә программалау курсын тамамланы. Буш ваҡытта ул шахмат менән мауыға һәм өлкәндәрҙең өсөнсө разрядына эйә.
Мәктәп предметтарынан Алексей Лобов физика, математика һәм информатиканы айырыуса ярата. Ул киләсәктә уҡыуын һәм карьераһын ошо дисциплиналар менән бәйләргә ниәтләй.
– БДИ-ла өс тапҡыр йөҙ балл йыйған уҡыусының уҡытыусылары тураһында ла белге килә. Бөгөн уҡытыусы ниндәй булырға тейеш? Ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
– Информатика уҡытыусыһы Сергей Васильевич Астафьев үҙенә ҡарата юғары талапсанлыҡ, предметты яҡшы белеүе, хеҙмәтенең һөҙөмтәләренә битараф булмауы менән айырылып тора. Ул профессиональ кимәлен күтәреү өҫтөндә даими эшләй: курстарҙа уҡый, төрлө кимәл уҡытыусылар алдында сығыш яһай, белеме һәм тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Pascal һәм Python программалау телдәрен камил белә, уларҙа ҡулланылған төрлө мөхиттәрҙе һәм ҡоралдарҙы яҡшы белә.
Сергей Васильевич дәрестәрҙә уҡытыу барышына уңайлы шарттар тыуҙырған заманса ысулдар һәм саралар ҡуллана, ул дәрестең һәр этабына ентекләп әҙерләнә, информатиканың иң ҡатмарлы бүлектәрен дә тәфсирләп аңлата, лицейсылар менән хеҙмәттәшлек һәм ижадташлыҡ мөхитен булдыра.
Астафьевтың уҡыусылары информатика һәм программалау буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының барлыҡ этаптарында уңышлы ҡатнаша, еңеүсе һәм призер була. Уның тәрбиәләнеүселәре шулай уҡ юғары уҡыу йорттары олимпиадаларында ла еңә һәм призлы урындар ала.
Сергей Васильевичтың уҡыусылары берҙәм дәүләт имтиханында юғары һөҙөмтәләр күрһәтә: 2022 йылда – өс уҡыусыһы 100 балл алды, 2024 йылда – берәү һәм 2025 йылда икәү. Уның уҡыусылары 100 проценты менән Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә.
Физика уҡытыусыһы Дмитрий Владиленович Еникеев үҙенең педагогик эшендә конструктив эшмәкәрлеккә ҡоролған заманса дидактик системаға таяна. Уҡытыуҙа практик ысулдарҙы, дидактик уйындарҙы киң ҡуллана. Уҡыусыларҙың белемлелек кимәлен даими тикшереп тора. Һәләтле балалар менән микротөркөмдәрҙә эшләй. Уның бөтә принциптар системаһы төп принципты – уҡытыуҙың үҫтереү һәм тәрбиә биреү характеры принцибын – тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.
Үҙенең педагогик эшмәкәрлеге барышында Еникеев мәктәп, район һәм ҡала физика олимпиадалары жюриҙарында әүҙем эшләй; күп йылдар ҡала олимпиадаһы синыфтары параллеле буйынса жюриҙың алыштырғыһыҙ рәйесе булып тора. 2003 йылдан физика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханының республика предмет эксперт комиссияһына, ә 2004 йылдан республика конфликт комиссияһы составына инә.
Еникеевтың тәрбиәләнеүселәре физика буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының төрлө этаптарында, «Физика буйынса Башҡортостан кубогы» республика турнирында, Рәсәйҙең алдынғы юғары уҡыу йорттары үткәргән олимпиадаларҙа уңышлы сығыш яһай. Физика буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының төбәк этабында абсолют еңеүселәр әҙерләне. Йыл һайын улар физика һәм астрономия буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының төбәк этабы призерҙары, исемлектәге олимпиадаларҙың еңеүселәре һәм призерҙары була.
Математика уҡытыусыһы, Өфө Фән һәм технологиялар университетының математика кафедраһы доценты, техник фәндәр кандидаты Эдуард Марс улы Носратуллин профессионализм, намыҫлылыҡ һәм асыҡлыҡ, һайланған юлға фиҙакәр тоғролоҡ, һәр нәмәлә камиллыҡҡа ынтылыу һәм камиллашыу теләге, үҙенә юғары талапсанлыҡ, предметты яҡшы белеү, хеҙмәт һөҙөмтәләре менән ҡыҙыҡһыныу менән айырылып тора. Ул профессиональ кимәлен күтәреү өҫтөндә даими эшләй: курстарҙа уҡый, районда, ҡалала һәм республикала математика уҡытыусылары алдында сығыш яһай, консультациялар үткәрә. Бөтә Рәсәй конференциялары материалдары йыйынтыҡтарында баҫылған күп һанлы мәҡәләләр авторы.
Уҡытыуҙың юғары сифаты, нигеҙҙә, Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадалары йомғаҡтары буйынса МДУ, СПбДУ, МФТИ, ВШЭ, МИФИ, Бауман исемендәге МДТУ кеүек Рәсәйҙең абруйлы юғары уҡыу йорттары студенттары булып киткән уҡыусыларының уңыштары менән раҫлана.
Носратуллин йыл һайын математика буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының төбәк этабы еңеүселәрен һәм призерҙарын, Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар, конференциялар призерҙарын әҙерләй. Уның уҡыусылары математика буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этабында ҡатнаша һәм призер була, «Я решаю!» халыҡ-ара математика конкурсында еңеүсе була. Һуңғы дүрт йылда уҡытыусы математика буйынса 100 балл йыйған дүрт уҡыусыны әҙерләне.
– Алла Николаевна, һеҙҙеңсә, юғары балдар алыу өсөн репетиторҙар менән шөғөлләнеү кәрәкме?
– Лицейыбыҙҙа профилле предметтарға бүленгән сәғәттәр һаны Берҙәм дәүләт имтиханына сифатлы әҙерләнеү өсөн етерлек, тип иҫәпләйем.
– Ә уҡыусыларҙан нимәгә өйрәнергә мөмкин?
– Ижадкәрлеккә, ҡарарҙар ҡабул итеүҙә ҡыйыулыҡҡа, үҙ көсөңә ышаныуға.
– БДИ тапшырасаҡ йәштәргә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
– Үҙ-үҙеңә ышанырға, имтихандарҙа яҡшы балдар йыйырға, ә быларҙың һөҙөмтәһе булараҡ – хыялыңдағы вузға инергә.
Фотоларҙа: Алла Николаевна Скалина; Алексей Лобов; 153-сө лицей коллективы; Сергей Васильевич Астафьев; Дмитрий Владиленович Еникеев; Эдуард Марс улы Носратуллин.
Сығанаҡ: «Молодежная газета» гәзите.