+13 °С
Облачно
БДИ
11 Февраля , 08:45

2026 йылда БДИ һәмТДИ ниндәй буласаҡ?

2026 йылда БДИ һәмТДИ ниндәй буласаҡ?2026 йылда БДИ һәмТДИ ниндәй буласаҡ?
2026 йылда БДИ һәмТДИ ниндәй буласаҡ?

Федераль педагогик үлсәмдәр институты 2026 йылға берҙәм дәүләт имтихандарының контроль үлсәү материалдарындағы үҙгәрештәр проектын баҫып сығарҙы. Был юлы химия, математика, биология һәм географияла бер нәмә лә үҙгәрмәй. Ҡалған фәндәрҙә – түбәндәгесә:
Рус теле
Киңәйтелгән яуаплы заданиены (фекерләү иншаһы, 27-се задание) баһалау тәртибе үҙгәрҙе, шулай уҡ ҡайһы бер заданиеларҙа концептуаль яҡтан үҙгәрештәр бар.
Хәҙер яҙма эштә уҡыусы ике логик хата эшләй ала, һәм уға мөмкин булған 2 балдан берәү ҡуйы­ла. Быға тиклем 1 балл алыу өсөн логик хата берәүҙән артмаҫҡа тейеш ине.
Хәҙер күләмгә талап ҡатыраҡ. Элек иншала һүҙ һаны 149-ҙан кәм булһа ла, уҡыусыға күпмелер балл ҡуйыла ине. Хәҙер 150 һүҙҙән кәм булһа, задание үтәлмәгән тип иҫәпләнә һәм 0 балл ҡуйыла.
Концептуаль үҙгәрештәр:
3-сө задание: тексҡа стилистик анализ хәҙер унификацияланған төҙөлөшкә эйә. Һәр пункт текстың конкрет элементтары тураһында һорай. Уҡыусы стилде, авторҙың маҡсаттарын, жанрҙы, композицияны, телмәр тибын, логик бәйләнештәрҙе билдәләргә тейеш.
7-се задание: элек унда морфологик хаталар ғына тикшерелһә, хәҙер һүҙъяһалыш хатаһы ла (мәҫәлән, ҡулланыуҙа булмай торған һүҙҙәр) осрауы ихтимал.
9-сы задание: тамырҙарҙың дөрөҫ яҙылышы, уҡыусылар бишенсе синыфта үткән ҡағиҙә эш итә. Элек уны БДИ заданиеһы прототибына индермәйҙәр ине. Һүҙ, мәҫәлән, бюллетень, парашют, жюри кеүек һүҙҙәр тураһында бара.
Әҙәбиәт
Киңәйтелгән яуап талап ителгән заданиеларҙы баһалау критерийҙары үҙгәрҙе:
4.1/4.2 һәм 9.1/9.2-се заданиелар: бирелгән ике теманың береһенә ҡыҫҡа иншалар. Элек улар өсөн 4-әр балл ҡуйылһа, хәҙер 5-әр балл ҡуйыласаҡ. Ләкин яуапҡа талаптар анығыраҡ төҫ ала: уҡыусы раҫлаусы яуап бирергә, текстан яуабын нығытҡан миҫал килтерергә һәм миҫалының фекерҙе нисек итеп дәлилләүен аңлатырға тейеш. Үтәлгән һәр талапҡа 1-әр балл (йәмғеһе 3 балл) һәм логик, телмәр, грамматик хаталар булмаһа, тағы 2 балл ҡуйыла.
5-се задание: ике теманың береһен һайларға һәм конкрет әҫәрҙәрҙе сағыштырырға кәрәк; шулай уҡ 10-сы задание: сағыштырыу өсөн икенсе әҫәрҙе уҡыусы үҙе һайлай. Элек был заданиеларҙың һәр береһе өсөн 8-әр балл ҡуйылһа, быйыл – 7-шәр. Өҫтәүенә, 4-се һәм 9-сы заданиеларҙағы кеүек форматҡа талаптарҙы үтәргә: раҫлаусы яуап биреп, фекерҙе дәлилләгән миҫал килтерергә.
11.1–11.5-се заданиелар: тәҡдим ителгән биш теманың береһенә инша. «Фактологик теүәллек» тигән яңы талап ҡуйыла, йәғни әҫәрҙе дөрөҫ аңлау – ваҡиғаларҙы дөрөҫ тасуирлау, геройҙарға дөрөҫ характристика биреү, ваҡиғаларҙың эҙмә-эҙлелеген белеү талап ителә. Яуапты дәллилләү ҙә аныҡ критерийҙарға тап килергә тейеш – өс тезис дәлилләнһә, 3 балл, икеһе өсөн – 2 балл, береһе өсөн 1 балл ҡуйыла.
Информатика
Заданиеларға беркетелгән өҫтәмә файлдарҙың форматына ҡағылышлы аныҡлыҡ индерелде. Улар бөтәһе лә .odt һәм .ods форматында булырға тейеш. Йәғни уҡыусыларға LibreOffice һәм (йәки) OpenOffice офис пакеттарында эшләргә тура килер.
Тарих
20-се задание: тарихи ваҡиғаларҙы, процестарҙы һәм күренештәрҙе сағыштырыу. Уҡыусы тезис яҙа һәм, үҙе яҙғанды раҫлап, ике нигеҙләү килтерә. Уҡыусы бер нисә тезис тәҡдим итһә, беренсеһе генә баһалана.
21-се задание: бер үк тарихи ваҡиғаға, процесҡа һәм күренешкә ике илдең ҡарашын иҫбат итергә кәрәк була. Алдағыһындағы кеүек, яуаптың беренсе варианты ғына баһа ала. Элек бер нисә варианттың уңышлыһы һайлап баһалана торғайны.
Сит телдәр
19–24-се заданиелар: ҡайһы бер темалар алып ташланған, ике яңы тема өҫтәлгән. Улар: гел күплектә ҡулланыла торған һүҙҙәр һәм кеше төркөмдәрен аңлатҡан һүҙҙәр. Имтиханда, бәлки, бындай һүҙҙәр менән хәбәрҙе яраштыра белеү ҙә тикшерелер.
38-се задание: һорау алыу һөҙөмтәләре бирелгән таблицаны йә графикты анализларға кәрәк.
Физика
19-сы задание: ихтимал булған яңылышлыҡты күҙҙә тотоп, приборҙарҙың күрһәтмәләрен алыу хәҙер башҡа форматта була – абсолют яңылышлыҡ дәүмәле шартта һан менән бирелә.
21-се задание: “Механика” блогы алып ташланған, “Молекуляр физика” һәм “Электродинамика” темалары ҡалған.
22-се задание: “Молекуляр физика” блогы алынған, “Механика” блогы ғына ҡалған.
Йәмғиәт белеме
21-се задание: (“Иҡтисад” блогы): һорау һәм тәҡдим графигын анализлау – уҡыусыға тәҡдим менән һорауҙың үҙгәреүе факторҙарын аныҡ атарға тура киләсәк.

Төп дәүләт имтихандарының структураһы күпселек предметтар буйынса үҙгәрешһеҙ ҡала. Әммә бер нисә предметта заданиеларға төҙәтеүҙәр индерелә.
Рус теле
Киңәйтелгән яуаплы заданиелар проблема ҡуйған һорау ярҙамында формалаштырыла. Логик хаталар икәүҙән артмаһа, балл юғалмай.
Фекерләү иншаһында фекереңде нигеҙләгәндә, дәлилләү өсөн өсөн тәҡдим ителгән тексты ҡулланырға кәрәк буласаҡ. Элек уҡыусылар шәхси тәжрибәһенән миҫалдар килтерә ине.
Яҙма эштәр буйынса 140 һүҙ (70 һүҙ изложениела һәм 70 һүҙ иншала) йыйылмаһа, уҡыусы бөтә грамоталылыҡ критерийҙары өсөн балдарҙан мәхрүм ителә.
География
Заданиеларҙың тәртибе үҙгәрҙе. Хәҙер РФ субъекттары тураһындағы 30-сы һорау 21-се урында тора.
Биология
1-се заданиела теория күләме артты. Хәҙер унда биология фәндәре, профессиялары һәм биологик методтар менән бәйле темалар осрарға мөмкин.
Химия
20-се заданиеның шартында үҙгәреш бар. Элек матдәләрҙе атау ирекле формала ине, бынан ары матдәнең йә киҫәксәнең нәҡ үҙенә тап килергә тейеш.
Информатика
Икенсе өлөштәге практик заданиеларҙы үтәү өсөн ирекле таратыла торған программа продукттары ғына ҡулланыласаҡ, шул иҫәптән LibreOffice, OpenOffice. Ошо сәбәпле яуаптарҙы .odt форматлы текст файлында йә .ods форматлы таблицала ғына һаҡларға кәрәк була.
15-се заданиела “Робот” өсөн алгоритм яҙырға кәрәк. Яуапты был алгоритмды төҙөү өсөн ҡулланылған программа форматында бирергә мөмкин.
Әҙәбиәт
Киңәйтелгән яуап талап ителгән беренсе өлөш һорауҙарында, текстан миҫал килтереп, раҫлаусы яуапты бирергә һәм килтерелгән миҫалдың фекерҙе нисек дәлилләүен һүрәтләргә кәрәк.
Дөрөҫ үтәлгән һәр пункт өсөн уҡыусы «Яуаптың заданиеға тап килеүе» критерийы буйынса 1-ҙән 3-кә тиклем балл ала. Бынан тыш, хаталар юҡлығы өсөн тағы 2 балл өҫтәлергә мөмкин. Максималь балл элекке 4 урынына хәҙер 5 була.
Ике тексты сағыштырыу талап ителгән заданиела ла шул уҡ үҙгәрештәр бар. Яуапта раҫлауҙар әҫәрҙән миҫалдар менән нигеҙләнә. Был миҫалдарҙың раҫлауҙы нисек нигеҙләүен аңлатырға кәрәк. Максималь балл элекке 6 урынына 7 була.
Иншалы заданиеға “Фактологик теүәллек» критерийы өҫтәлде. Ул 2 балл бирә. Имтихан өсөн дөйөм балл элек 37 булһа, хәҙер 39.
* * *
Рособрнадзор аттестат өсөн минимумды раҫланы
2026 йылда аттестат алыу өсөн Берҙәм дәүләт имтихандарын кәм тигәндә ниндәй балдарға тапшырырға кәрәклеге – түбәндә. Юғары уҡыу йортона инеү өсөн был һөҙөмтәләр етмәй, уларҙың талаптары башҡа.
Рус теле – 24
Математика, база кимәл – 3 («ҡәнәғәтләнерлек»)
Физика, химия, биология – 36
Математика, профиль кимәл – 27
Информатика – 40.
Тарих – 32
География – 37
Йәмғиәт белеме – 42
Әҙәбиәт – 32
Сит телдәр – 22

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас