Бер йыл буйы барған сираттағы “Ай, һылыу!” конкурсына йомғаҡ яһарға ваҡыт етте. 12 ҡыҙ – ай һылыуҙары – араһында еңеүгә өлгәшеп, быйыл Йыл һылыуы исемен Өфө районынан Наҙгөл Тайсина яуланы. Һүҙ – уның үҙенә.
– Шамонин урта мәктәбенең 7-се “А” синыфында уҡыйым. Ярты йыллыҡты "5"-ле билдәләренә генә тамамланым. Миңә гуманитар фәндәр нығыраҡ оҡшай: башҡорт, урыҫ һәм инглиз телдәре, биология,тарих фәндәре күңелемә яҡын. Буш ваҡытымда бәләкәс туғандарыма тәмлекәстәр бешерергә, өй йыйыштырырға, әҙәби китаптар уҡырға яратам. Ғаиләлә дүрт бала үҫәбеҙ. Мин – иң өлкәне.
"Аманат" журналын бәләкәйҙән уҡып барам, һәр һанын түҙемһеҙләнеп көтөп алам, тиҫтерҙәрем ижады менән ҡыҙыҡһынам. Былтыр мәктәп буйынса “Һылыуҡай – 2017” конкурсында еңеүсе тажын кейгәс, “Аманат”тағы “Ай, һылыу!” конкурсына ла фотомды ебәрҙем. Еңеүемә әллә ни ышанмаһам да, Яңы йылдан ниндәйҙер мөғжизә көтә инем. Һәм ул мөғжизә “Аманат”тың йыл һылыуы исемен алып килде миңә!
Алтынсы йыл инде "Дарман" халыҡ бейеүҙәре ансамблендә (етәкселәре – Алина һәм Роберт Хәмиҙуллиндар) шөғөлләнәм. Бейергә бик-бик яратам! Йәйгеһен "Байыҡ" бейеү конкурсында Гран-при яуланыҡ! Башланғыс си-ныфтарҙан район һәм республика буйынса үткән ярыштарҙа, конкурстарҙа ихлас ҡатнашып, призлы урын, еңеү яулайым. Мәҫәлән, беренселә уҡығанда район буйынса “һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсында гран-при алғайным. Тасуири итеп әкиәт, шиғырҙар һөйләргә өйрәнеүемә 4-5 йәшемдән “Сәңгелдәк” тапшырыуҙарында ҡатнашыуым да ярҙам иткәндер, тип уйлайым. Шулай уҡ мәктәптә үткән төрлө кисәләрҙе лә алып барам. Республика кимәлендәге ҙур сараларҙа ла үҙемде алып барыусы булараҡ һынап ҡарарға тура килде. “Аҡбуҙат” журналы ойошторған “Бәпембә” республика шиғриәт бәйгеһенең йомғаҡлау кисәһендә ике тапҡыр алып барыусы булдым.
Икенсе йыл ғилми-тикшеренеү эштәре менән дә шөғөлләнәм. Декабрь айында урыҫ теле буйынса үҙ эшемде яҡлап, районда беренсе урын алыуға өлгәштем. Әле Кесе Фәндәр академияһы сиктәрендә республика буйынса үтәсәк ярышҡа әҙерләнәм. Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим шиғырҙарын ятҡа һөйләү конкурстарында ла еңеү яуланым. Яҡшы уҡығаным һәм уңыштарым өсөн Мәскәүҙә үткән Президент шыршыһы байрамында ла ҡатнаштым.
Тормошта атайым менән әсәйем миңә бар яҡлап та өлгө булып тора. Уларҙың күркәм сифаттарын үҙемдә лә күргем килә. Нургөл, Ғабдрахман һәм Гөлнәзирә исемле туғандарыма үрнәк булырға тырышам.
Киләсәккә яҡты уй-хыялдарым бик күп. Әлегә төп бурысым – яҡшы белем алыу, яңы еңеүҙәргә өлгәшеү. Ниндәй һөнәр һайлаһам да, тыуған илемә кәрәкле кеше булырмын тип уйлайым.