+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең журнал тышында
23 Ғинуар 2018, 16:45

Халҡыбыҙҙы данлай Ләйсән

Учалы районының Яңы Байрамғол ауылынан ун йәшлек Ләйсән Золотарёва, “Рәсәй 1” каналында “Зәңгәр ҡош” проектында сығыш яһап, бар донъяны хайран ҡалдырҙы. “Урал батыр” эпосынан өҙөк һөйләп һәм башҡорт халыҡ йыры “Сыңрау торна”ны ҙур оҫталыҡ менән башҡарып, бәләкәс артистка жюри ағзаларын, тамашасыларҙы бер нисә музыка ҡоралында уйнау һәләте менән дә арбаны.

Учалы районының Яңы Байрамғол ауылынан ун йәшлек Ләйсән Золотарёва, “Рәсәй 1” каналында “Зәңгәр ҡош” проектында сығыш яһап, бар донъяны хайран ҡалдырҙы. “Урал батыр” эпосынан өҙөк һөйләп һәм башҡорт халыҡ йыры “Сыңрау торна”ны ҙур оҫталыҡ менән башҡарып, бәләкәс артистка жюри ағзаларын, тамашасыларҙы бер нисә музыка ҡоралында уйнау һәләте менән дә арбаны.
Ләйсән башҡорт, урыҫ телдәрендә йырлап ҡына ҡалманы, ҡош булып һайрап, үҙаллы өйрәнгән һинд бейеүен башҡарып, образға инергә, бер үҙе тотош бер театраль тамаша күрһәтергә һәләтле булыуын иҫбатланы. Әлегә махсус белеме булмаһа ла ул үҙен сәхнәлә иркен тота, тамашасының иғтибарын яулап ала, бер кемде лә битараф ҡалдырмай, алҡыштарға күмелә.
Үҙен белә-белгәндән сәхнәнән төшмәгән Ләйсәндең тормошо “йондоҙ”ло мәлдәрҙән генә тора кеүек: “Таланттар ере” Бөтә Рәсәй конкурсында жюриҙең махсус бүләге; “Рәсәйҙең һәләтле балалары” Бөтә Рәсәй бейеү конкурсында – 3-сө урын; үҙебеҙҙең “Байыҡ” бейеү конкурсында – 2-се урын; “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының “Ал сәскә” телевизион конкурсында, шулай уҡ “Учалы йондоҙҙары” фестивалендә, Дүртөйлө ҡала-һында уҙған “Яҙғы тамсы” республика йыр конкурсында, “Рәсәйҙең һәләтле балалары” Бөтә Рәсәй конкурсында призлы урындарға лайыҡ була.
Илебеҙҙе һоҡландырған ҡыҙҙың һәләттәре һанап та бөткөһөҙ: һүрәт төшөрөү, дизайн, гимнастика – барыһын да булдыра. Үҙе бер оркестр кеүек – ҡурай, ҡумыҙ, гитара, думбыра кеүек музыка ҡоралдарында оҫта уйнап ҡына ҡалмай, әйтеүебеҙсә, бейеү, йыр, шиғыр, әкиәттәр һөйләүгә лә маһир Ләйсән Золотарёва – Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты ла, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү конкурстарында (4500 юлын ятлаған) күп тапҡыр еңеүсе лә…
Ләйсәндең “Зәңгәр ҡош” телепроектының йомғаҡлау өлөшөндәге сығышы ла уңышлы булды. Был юлы ул, Рәсәйҙең халыҡ артисы Евгений Миронов менән бергә сығыш яһап, гитара һәм балалайкала уйнап, Пушкиндың “Поп һәм уның хеҙмәтсеһе Балда тураһында әкиәт”ен уҡып ишеттерҙе, “сәхнәгә ҡуйҙы” тип әйтергә лә мөмкин. Уңышлы сығышы һәм тыуған көнө айҡанлы һоҡланғыс яҡташыбыҙ гитара менән бүләкләнде.
Ауыл ерендә йәшәгәс, Ләйсәнгә ата-әсәһенә мал-тыуар ҡарашырға, йүгереп йөрөп, йорт эштәрендә лә булышырға кәрәк. Репетициялар, сығыштар – барыһы ла ваҡыт, уңғанлыҡ һәм көс талап итә. Мәктәптә лә һынатмай – тик дүртле һәм бишле билдәләренә генә уҡый ул.
Ләйсәндең күп яҡлы һәләтен үҫтереүҙә әлбиттә, иң беренсе ярҙамсылары – уҡытыусылары, ғаиләһе. Өләсәһе Дилара Ғөбәйҙулла ҡыҙы Игелекова – хаҡлы ялдағы башҡорт теле уҡытыусыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Тап ул Ләйсәнде дүрт йәшенән уҡырға өйрәтә һәм "Урал батыр" эпосын ятлата башлай. Атаһы Ирек Әсхәт улы Нуретдинов, БДУ-ның филология факультетын тамамлап, уҡытыусы һөнәрен үҙләштергән, үҙе күп төрлө музыка ҡоралдарында уйнай, ҡыҙын музыкаль яҡтан үҫтереүсе. Әсәһе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Оксана Виктор ҡыҙы Ләйсәнде шиғыр ятларға, тасуири һөйләргә өйрәтә.
Башҡорт рухлы ҡыҙыҡай милли кейемдә генә сығыш яһарға ярата. Шуға ла Учалы ҡалаһы хакимиәте һәм мәҙәниәт бүлеге уға концерт костюмы тектереп бүләк итә.
Дүрт йәшендә ауыл сәхнәһенә сығып, ун йәшендә Рәсәй кимәлендә билдәлелек яулаған һәләтле ҡыҙҙың йондоҙло мәлдәре алда әле. Яҡты киләсәк, аҡ юлдар теләйек Ләйсәнгә!


Читайте нас: