Беренсе каналда ойошторолған “Голос. Дети” проектында быйыл яҙғыһын Итальян композиторы Томазо Альбинониның “Адажио” композицияһын башҡарҙы. Жюри ағзалары уның тауышын “ғәләмәт ҙур Йыһан бульдозеры”на оҡшатты. Эстрада йондоҙҙары Валерий Меладзе, Пелагея һәм Баста, шулай уҡ барлыҡ тамашасылар ҙа, Наҙгөл Отузованы сығышын юғары баһалап, аяҡ үрә баҫып алҡышланы. Шулай итеп, ябай башҡорт ҡыҙы үҙенең йыры һәм көслө тауышы менән эстрада донъяһын шаҡ ҡатырҙы.
– Наҙгөл, “Балалар Евровидениеһы” музыкаль конкурсына нисек барып эләктең?
– Унда ҡатнашырға теләгем күптән бар ине, ләкин һайлап алыу турында ҡатнашыу хоҡуғы алыр өсөн автор йырын башҡарыу төп шарт. Минең ундай йырым булмау сәбәпле ошоға хәтлем ҡатнаша алмай килдем. Быйыл ойоштороусылар ҡағиҙәләрҙе үҙгәртте һәм ҡатнашыусылар теләгән әҫәрҙе башҡарыу мөмкинлеге алды. “Голос” проектында йырлаған “Адажио”ны башҡарҙым.
– “Голос. Дети” проектында популяр рэпер, композитор Бастаны һайлауың да осраҡлы ғына түгелдер бит?
– Шоуҙың шарттары буйынса, ҡатнашыусылар күп һанлы тамашасылы аудитория алдында сығыш яһай. Жюри ағзалары был ваҡытта, сығыш яһаусының тауышын ғына тыңлап, уға арты менән ултыра. Әгәр ҙә был ҡатнашыусыны үҙенең командаһында күрергә теләге була икән, алдындағы төймәгә баҫа һәм уға йөҙө менән борола. Әгәр ҙә жюри ағзаларының бер нисәүе боролоп ултыра икән, ул ваҡытта йәш башҡарыусы үҙе остазын һайлай. Һайлап алыу турынан һуң иң ауыр эш башлана ла инде.
Остаздарҙың һәр ҡайһыһы үҙенә алырға теләк белдергәс, мин Бастаны һайланым, сөнки уның менән бер тулҡында барабыҙ кеүек тойола миңә. Уның бик күп йырҙары оҡшай. Ул – минең кумирым.
– Был ике проектта ла бер юлы ҡатнашырға нисек өлгөрҙөң? Башҡортостандан һинең менән бергә тағы ла ҡатнашыусылар бар инеме?
– Ике проект бер ваҡытҡа тура килмәне. Шул арҡала мин барыһына ла өлгөрҙөм. Сығыш яһағанда ныҡ тулҡынландым. “Голос. Дети” проектындағы күп кенә ҡатнашыусыларҙы осратыуым, жюри ағзаларының иғтибарлылығы, тыныс мөхит – былар барыһы ла мине тынысландырҙы. Башҡортостандан берҙән-бер ҡатнашыусы булдым.
– Остазың Бастаның командаһында сығыш яһау, һынауға әҙерлек ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы?
– Репетициялар Бастаның студияһында барҙы. Көн дә уның дәрестәрен алдыҡ. Баста ярҙамсыл кеше, шул уҡ ваҡытта талапсан да. Беҙгә профессииональ кәңәштәрен бирҙе.
Был төркөмдә йырлаған мөләйем ҡыҙҙар менән ныҡ дуҫлашып киттем.
Инглиз телендә билдәле йырсы Аделдың “Ямғыр аҫтында ялҡын” йырын башҡарҙыҡ. Күңелгә ятышлы ғына, шул уҡ ваҡытта бер аҙ моңһоу заманса композиция. Остаздар беҙҙең турала бик йылы һүҙҙәр әйтте, профессиональ кимәлгә етеүебеҙҙе, яғымлы, таҙа һәм бер ниндәй хатаһыҙ йырлауыбыҙҙы билдәләне. Бәйге талаптарына ярашлы, композитор Баста арабыҙҙан берәүебеҙҙе генә киләһе этапҡа үткәрергә тейеш ине. Мөмкинлек Киевтан Эльвира Апшеваға эләкте.
Был проектта ҡатнашыу үҙенә күрә оло мәктәп булды, үҙемә байтаҡ тәжрибә тупланым. Конкурсты ойоштороусылар үткәргән оҫталыҡ дәрестәренә йөрөп, бик күп яңылыҡ белдем. Дуҫтар таптым. Билдәле музыканттар менән аралаштым. Киләсәк тормошомда бындай әһәмиәтле осорҙар күп булыр, тип уйлайым. Барыһы ла алда әле. Баш ҡала менән хушлашыуы күңелгә моңһоулыҡ бирҙе. Проекттың ярымфиналына үтә алмаһам да, остаздарыма барыһы өсөн дә рәхмәтлемен.
– Башҡорт телендә йырҙар йырлайһыңмы?
– Күптәнге теләгем ҡабул булды: яңыраҡ Өфөлә Альбина Шәмсетдинованың “Мин башҡорт” тип исемләнгән йырын яҙҙырҙым. Йөрәгем аша кисереп, яратып йырлайым уны, Ватаныма ҡарата ғорурлыҡ, һөйөү хистәрен тоям.
– Иң ҙур теләгең ниндәй?
– Тормошомдо йыр менән бәйләү, моң донъяһына тамашасыларым менән берҙәм сәйәхәттә йөрөү, стадион тултырып халыҡ йыйыу – минең хыялым! Тамашасымды тетрәндергән, уның йөрәгенә үтеп инерҙәй йырҙарым булғанда мин үҙемде бәхетле тоям!
– Буш ваҡытыңды нисек уҙғараһың? Яратҡан дәрестәрең ниндәй?
– Әҙәбиәт һәм музыка менән мауығам. Буш ваҡытымда күп уҡыйым. Әсәйемә, өләсәйемә хужалыҡта ярҙам итәм. Ғаилә ағзаларын бишбармаҡ, билмән, тәмле ҡоймаҡ менән һыйлайым.
– Журнал уҡыусы тиҫтерҙәреңә ниндәй теләктәрең бар?
–– Бер ваҡытта ла бирешмәһендәр ине! Тормошта ҡуйған маҡсаттарына ирешер өсөн һәр ваҡыт алға ынтылһындар. Һәм минең кеүек “Аманат”ты уҡыһындар!
– Рәхмәт, Наҙгөл! Йырлы-моңло ғүмер юлдары насип булһын үҙеңә!
Наҙгөл Отузова – “Голос. Дети” шоуында ҡатнашыусы;
Тыуған йылы – 2003 йылдың 21 декабре;
Тыуған ере – Салауат районындағы Янғантау ҡасабаһы.