Һеҙгә Аллаһы Тәғәлә киләсәктә лә бәрәкәтле, ҡот-ырыҫлы мул тормош насип әйләһен! Һәр ваҡыт, әлегеләй, яратҡан эшегеҙҙә – абруйлы етәксе, донъя көткәндә - хәләл ефетегеҙ Шәүрә ханыма ныҡлы терәк-таяныс, балаларығыҙға хәстәрлекле атай булып, бәхетле йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ! Ихлас күңелдән ҡотлау һүҙҙәренә ҡушып, шиғри сәләмебеҙҙе лә еткерәбеҙ:
“Аманат” тың аҡ теләге -
Бәхет, һаулыҡ, мөхәббәт!
Һеҙҙе ҡотлай тәбиғәттең
Алтын көҙө - мөһабәт.
Уңығыҙ тормошоғоҙҙан,
Ә тормош һеҙҙән уңһын,
Илһамлы ижад, “Аманат”
Тоғро дуҫығыҙ булһын!