Башҡортостан Башлығының 2022 йылдың
28 мартындағы бойороғо менән Миңлеғәли
Шайморатов исемендәге синыфтың стандарты
раҫланды.
Шайморатов синыфтарында данлы 112-се
Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарының
батырлығы миҫалында уҡыусыларҙа ил тарихы-
на хөрмәт, илһөйәрлек, Тыуған ил өсөн ғорурлыҡ
тойғолары тәрбиәләү, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәргә,
сәләмәт тормош рәүешенә өйрәтеү, балаларҙың
әүҙем гражданлыҡ ҡарашлы булып үҫеүҙәренә
булышлыҡ итеү эше алып барыла.
Дәрестән тыш балаларҙың физик әҙерлегенә
лә ҙур иғтибар бирелә.
Әлеге ваҡытта Башҡортостан мәктәптәрендә
бик күп Шайморатов синыфтары булдырылған.
Шайморатовсылар башҡорт милли костюмы
өлгөһөндә тегелгән махсус форма кейеп йөрөй
(Өҫтәге һүрәттә: Өфөнөң Ғәли Ибраһимов исе-
мендәге 2-се Башҡорт лицейының 7-се сины-
фы.)
Йыл һайын Өфөләге Шайморатов һәйкәле
янындағы майҙанда, республиканың бөтөн райондарынан
иң-иңдәрен йыйып, уҡыусыларҙы
шайморатовсылар сафына ҡабул итәләр.
Үткән йылда Республика көнө алдынан уҙған
был сарала Республика Башлығы Радий Хәби-
ров, уларҙы ҡотлап, былай тине: “Милли геройы-
быҙ Шайморатов-генерал беҙҙең өсөн Ватанды
һөйөү һәм яҡлау өлгөһө булып тора.
Ҡәҙерле балалар, һеҙҙең иңдәрегеҙгә легендар
комдивтың лайыҡлы вариҫы булыу, Рәсәйҙең һәм
Башҡортостандың илһөйәр граждандары булыу
кеүек изге бурыстар һалынған. Мин һеҙҙең шай-
моратовсылар формаһын ҙур ғорурлыҡ һәм на-
мыҫ менән йөрөтөрөгөҙгә ышанам.
Комдивтың “Салауат Юлаев вариҫтары артҡа
сигенмәй!” тигән девизын әләм итеп алығыҙ, бер
ниндәй ауырлыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ, маҡсатта-
рығыҙға ышаныслы аҙымдар менән барығыҙ!”.
Журналыбыҙҙың бәйләнештә сайтындағы
төркөмөндә, Ватанды һаҡлаусы көнөнә арнап,
Башҡортостаныбыҙ мәктәптәренең Шайморатов
синыфтары араһында «Беҙ – илебеҙҙең була-
саҡ һаҡсылары!» фотоконкурсын иғлан иткәй-
нек. Унда Өфөнөң Ғәли Ибраһимов исемендәге
2-се Башҡорт лицейының һәм Ауырғазы районы
Талбазы ауылының Рәшит Назаров исемендәге
Башҡорт гимназияһының Шайморатов синыфта-
ры еңеүсе булды.
Журнал тышында Өфө ҡалаһының 2-се Баш-
ҡорт лицейының Шайморатов синыфы уҡыусы-
лары Ильяс Шаһин, Алина Шәрәфетдинова һәм
Асҡар Зариповты күрәһегеҙ. Уларҙың аталары
әлеге ваҡытта МХО-ла илебеҙҙе һаҡлай.
“Беҙ Шайморатов синыфында ҙур теләк ме-
нән уҡыйбыҙ, хәрби формала йөрөү ҙә бик оҡ-
шай. Ошондай синыфта белем алыуыбыҙ менән
ғорурланабыҙ. Үҫкәс, беҙ ҙә атайҙарыбыҙ кеүек
илебеҙҙең һаҡсылары буласаҡбыҙ!” – ти улар.
Илһөйәр үҫмерҙәрҙең барыһы ла Ватаны-
быҙҙың лайыҡлы шәхестәре булып үҫер, тип
ышанабыҙ.